Мишкә мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә үткән "Саскави-2021" мари һылыуҙары конкурсында Мишкә, Ҡалтасы, Краснокама райондарынан һигеҙ гүзәл зат матурлыҡта һәм оҫталыҡта көс һынашты. Бәйгеселәр үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади һәләттәрен күрһәтте, ҡул эштәренән һәм мари милли аш-һыуҙарынан күргәҙмә әҙерләне. Һылыуҡайҙарҙың зирәклеген һәм отҡорлоғон да баһаланылар. Конкурс һынауҙарын уңышлы үтеп, "Саскави-2021" титулын Мишкә ауылы һылыуы Анастасия Ялкаева яуланы. Ҡалған һылыуҙар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.