Һабантуй яланында ойошторолған саңғы спорты байрамына район үҙәгенең 21 ойошмаһы вәкилдәре йыйылды. Улар менән бергә 14 ауыл биләмәһе командаһы ла саңғы юлына баҫты. Старт алдынан район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Е.Тарасович сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Ярыштар тамамланғас, судьялар һәр йәш категорияһында еңеүселәрҙе билдәләне. Йола буйынса саңғысылар өсөн ҡайнар сәй һәм тәмле аш әҙерләнде.