Салауат Фәтхетдинов 1960 йылда Башҡортостандың Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында тыуған. Ул - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты профессоры, автоуҙыштар буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.