Йәнтөйәк
+3 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
12 Февраля 2021, 06:48

Рәми Ғариповтың тыуыуына - 89 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, милләтебеҙ ғорурлығы Рәми Ғариповтың тыуыуына - 89 йыл.

Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә...
источник https://vk.com/radioashkadar?w=wall-108520876_153963
Читайте нас