– Үткән йылда ижади коллективтарҙың социаль селтәрҙәрен күҙәтеп барған кешеләр иғтибар иткәндер – артистар яңы тамашалар, концерттар репетицияларын һынландырған мәлдәрҙе ҡуйып барҙы. Бер нимәгә ҡарамай, эш гөрләне. Ҡайһы бер спектаклдәрҙе Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән режиссерҙар ҡуйҙы. Сикләүҙәргә бәйле республикаға килеү форсаты булмаһа ла, улар беҙҙең коллективтар менән тура эфир аша эшләне.
Театр учреждениеларының 2020 йылға ҡаралған проекттары тулыһынса тормошҡа ашырылды. 44 яңы спектакль ҡуйылды, уларҙың 14-е “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылды, – тине мәҙәниәт министры.
2021 йылға планлаштырылған сараларға килгәндә, шулар мәғлүм булды. Яңы йылда 60-тан ашыу яңы спектакль сығарыу күҙ уңында тотола, уларҙың 12-һе алда атап кителгән федераль проектҡа ярашлы атҡарыласаҡ.
Яҙ көнө, атап әйткәндә, март айында традицияға әйләнеп киткән мәҙәни сара – Театр декадаһы ойошторола. Үткән йылда “Кесе Ватан мәҙәниәте” сиктәрендә ҡуйылған яңы спектаклдәрҙең барыһы ла Өфө сәхнәләрендә күрһәтеләсәк.
Фотола: Башҡорт дәүләт драма театрында “Рөстәмдең сере” спектакленең премьераһы уңышлы үткәйне (театр сайтынан).