Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Октябрь 2020, 16:43

Милли рух бөркөлдө

Мари халыҡ бейеүҙәре фестиваль-конкурсы иң оҫталарҙы асыҡланы

Мишкә район үҙәгендә “Мишкә – фин-уғыр иленең мәҙәни үҙәге” проекты сиктәрендә мари халыҡ бейеү конкурсы үтте. Күптән ҙур саралар үткәрелмәгәнлектән, халыҡ конкурсты көтөп алды. Әлбиттә, бар санитар-эпидемиологик талаптар иҫәпкә алынды.
Байрамда республика район-ҡалаларынан тыш, сит өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Конкурсҡа төбәк-ара статусын биргән ҡунаҡтар — Мари Иле Республикаһынан. Барлығы 15 коллектив-ҡатнашыусы, 200-ҙән артыҡ бейеүсе район Мәҙәниәт һарайында бейеү буйынса үҙ-ара көс һынашты. Һәр коллектив жюри ағзалары иғтибарына ике бейеү тәҡдим итте. Жюри составында Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәге белгесе Әлиә Амликачева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Алексей Байгазов, “Чолман” республика гәзитенең баш мөхәррире Игорь Губаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виталий Сәғәҙиев һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, жюри рәйесе Яныбай Янгубаев эшләне.
Конкурсанттарҙы, тамашасыны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Александрова, жюри рәйесе Яныбай Янгубаев тәбрикләне.
Һәр бейеү мари халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырҙы, үҙенсәлекле башҡарыу, стиле менән айырылып торҙо. Милли кейемдәрҙең төрлөлөгөнән, матурлығынан күҙҙәр сағылды. Жюри ағзаларына еңеүсене билдәләү бик ауырға тура килде, сөнки сығыштар юғары кимәлдә башҡарылды, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ ине.
Еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнде. “Бәләкәй ансамблдәр” номинацияһында беренсе урын Яңауыл ҡалаһынан “Ялҡын” халыҡ бейеү ансамбленә тапшырылды. Икенсе урынға Мишкә районы “Эрвел” халыҡ бейеү ансамбле лайыҡ булды. Өсөнсө урынға Мишкә районы Тынбай ауылының “Рвезылык” бейеү коллективы сыҡты.
“Ҙур ансамблдәр” номинацияһында беренсе урынға Мишкә районы Сосновка ауылы “Юго” халыҡ бейеү ансамбле лайыҡ тип табылды. Мари Иле Республикаһының Морки ҡасабаһынан “Яндар памаш” бейеү коллективы икенсе урын яуланы. Мишкә районының Ҡайраҡ ауылы “Ший памаш” халыҡ фольклор ансамбле өсөнсө урынға сыҡты.
Краснокама районының “Танып тур сем” ғаилә этно-фольклор ансамбле “Дуэт” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Борай районының “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеү ансамбле сығышы юғары баһаланып, Гран-приға лайыҡ булды.
Халыҡ бейеү байрамынан көс-ҡеүәт, дәрт алып таралды.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: