Йәнтөйәк
+6 °С
Ясно
Антитеррор
Мәҙәниәт
7 Октября 2020, 08:28

«Рәсәй студенты 2020» конкурсында Башҡортостан исеменән Елизавета Яблочкина сығыш яһай

Новосибирскиҙа «Рәсәй студенты 2020» Бөтә Рәсәй конкурсы башланды. Башҡортостан Республикаһынан Елизавета Яблочкина ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙға 20 йәш, ул Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курсында уҡый. Һөнәре – археолог-этнограф. Бала сағында уҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып ҡайтҡандан һуң, тормошон археология менән бәйләргә теләүен аңлай.
«Һәр кем үҙенең тамырҙарын өйрәнергә, тыуған төйәгенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға һәм уны белергә тейеш, тигән фекерҙәмен», — тине үҙе хаҡында ҡыҙ.
Елизавета үҙен актер оҫталығында һынай, китаптар уҡый, сәйәхәт итергә ярата һәм донъяның бөтә илдәренә барып ҡайтырға хыяллана. Бер нисә йыл элек моделинг донъяһын асҡан ҡыҙ хәҙер — «Bashkirian Beauty» моделе.
Читайте нас