Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Август 2020, 17:50

“Самауырлы ритайым”ға күстәнәс менән киләләр!

“Элекке матур традициялар баш ҡалала яңыртыла башланы, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп,” тип бер уфтана, бер шатлана өлкәндәр. Өфөнөң яр буйы аҙна һайын уйын, бейеү, йыр-моң, гармун тауыштарынан гөрләп тора хәҙер. “Самауырлы ритайым” тип аталған проектты ҡаланың әүҙем йәштәре ойошторған.

Был күңелле сара башҡорт йәштәрен бер усҡа йыйып, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләйәсәк, аралашыуҙарына булышасаҡ. Башланғысты театрҙар артистары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле солистары ла хуплаған. Һәр шаршамбыла йәштәр үҙҙәре менән сәй эсергә күстәнәс, гитара, гармун, ҡурай алып, яр буйына ашыға.
- Проект онотола төшкән күмәкләп ял итеү сараһын тергеҙәсәк, элек Салауат Юлаев майҙаны гармун тауыштарынан гөрләп торҙо бит, - ти мәҙәниәт министр Әминә Шафиҡова. - Һуңғы осорҙа студенттар буш ваҡыттарын шатрҙарҙа ултырып йәки дискотекаларҙа үткәрергә ғәҙәтләнде. Күптәр һаман да “пятачок”та нисек күңелле ял итеүҙәрен онота алмай әле. “Самауырлы ритайым” идеяһын тергеҙеүгә шиғыр һәм музыка яҙыу менән шөғөлләнгән Рөстәм Абдразаҡов ныҡлап тотондо.
Фото:”Башинформ”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: