- Беҙҙә бик аҡыллы булғандарҙы ла яратып бөтөрмәйҙәр. Әммә үҙеңдә башҡаларҙы яҡшылыҡҡа өндәү булырға тейеш. Тәрбиәле булып, сәхнәнән аҡыллы һүҙҙәр һөйләү насар әйбер түгел. Эстрадаға килгәндә, ҡайһы ваҡыт унда хаус булып китә. Кем йырлай, кем бейей, белгән юҡ. Беҙгә тәртип индерергә берәй орган булырға тейеш. Ҡайһы ғына өлкәне алһаң да, уның хужаһы, тәртибе бар. Ул (ойошманың етәксеһе — авт.) йырсыларҙы эске яҡтан аңлай торған, яҡлай торған кеше булырға тейеш, - тип һанай Рөстәм әфәнде.