Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь 2020, 16:56

Музейҙағы сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ

Хәтер һәм ҡайғы көнө. 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ла ошо көнгә арналған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында күп саралар онлайн режимда уҙа, шуға ла һеҙ музей ойошторған сараларҙы социаль селтәр аша күҙәтә алаһығыҙ. Хәтер һәм ҡайғы көнө айҡанлы “Һәм һуғыш башланды...” тарих сәғәте үткәреләсәк. Шулай уҡ “1941 йылдың 22 июне” документаль һәм “Брестская крепость”, “Летят журавли”, “Без права на провал” художестволы фильмдары күрһәтеләсәк. “Бөйөк Ватан һуғышы – йылдан-йылға” онлайн викторина, “Бер кем дә онотолмаған, бер нимә лә онотолмаған” лекцияһы уҙғарыла. Сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ. 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына 2005 йылдың 8 майында асыла. Ошо көндән алып бында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың батырлыҡтарын мәңгелләштереү, йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла. Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.Автор: Рәмилә Мусина

Хәтер һәм ҡайғы көнө. 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ла ошо көнгә арналған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында күп саралар онлайн режимда уҙа, шуға ла һеҙ музей ойошторған сараларҙы социаль селтәр аша күҙәтә алаһығыҙ.
Хәтер һәм ҡайғы көнө айҡанлы “Һәм һуғыш башланды...” тарих сәғәте үткәреләсәк. Шулай уҡ “1941 йылдың 22 июне” документаль һәм “Брестская крепость”, “Летят журавли”, “Без права на провал” художестволы фильмдары күрһәтеләсәк. “Бөйөк Ватан һуғышы – йылдан-йылға” онлайн викторина, “Бер кем дә онотолмаған, бер нимә лә онотолмаған” лекцияһы уҙғарыла. Сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ.
112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына 2005 йылдың 8 майында асыла. Ошо көндән алып бында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың батырлыҡтарын мәңгелләштереү, йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: