Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь 2020, 16:16

"Зөләйха күҙҙәрен аса" сит илдәрҙе яулай

Күптән түгел зәңгәр экранда “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса төшөрөлгән һигеҙ сериялы кино күрһәтелеп, ул күп тамашасыларҙың күңеленә ятты. Әлбиттә, был фильм буйынса төрлө бәхәстәр булды һәм әле лә дауам итә.

Шуныһы ҡыуаныслы: әҫәр бәхетле булып сыҡты, яҙыусының китабы, әҫәре буйынса төшөрөлгән спектакль, кино төрлө премияларға лайыҡ. Гүзәл Яхина социаль селтәрҙә йәнә үҙенең ҡыуанысын белдерә: был юлы уның романы - Италияның Джузеппе Томаси ди Лампедузе премияһы лауреаты! Джузеппе Томаси ди Лампедузе премияһы 2003 йылдан башлап Италияла әҫәре баҫылып сыҡҡан авторҙарға тапшырыла. Төп тема - тыныслыҡ һәм халыҡтар дуҫлығының әҙәбиәттә сағылышы.
Әйткәндәй, 2016 йылда уҡ “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы 16 телгә тәржемә ителәсәк тигәйнеләр. Тимәк, әҫәрҙең тағы ла төрлө илдәрҙең баһаһына лайыҡ булыуы ихтимал. “Бәхетле әҫәр”гә артабан уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: