Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2020, 14:33

Йәштәребеҙ фильмдар төшөрһөн

Халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән ифрат бай, сағыу тарихы бар. Башҡортостандың тарих биттәрен бөгөнгө һәм килер быуындарға еткереү, башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен һаҡлап алып ҡалыу һәм үҫтереү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Уны үтәүгә кино сәнғәте лә тос өлөш индерә.


Уҙған быуаттың 80–90-сы йылдарында Башҡортостан, Советтар Союзында ил байлығына ҡайһы бер союздаш республикаларға ҡарағанда күберәк өлөш индерһә лә, мәҙәниәт үҫеше йәһәтенән артта ҡала килде. Республиканың үҙ кино сәнғәте булмауы мәсьәләһен йәмәғәтселек вәкилдәре матбуғатта, йыйылыштарҙа, осрашыуҙарҙа йыш күтәреп сыҡһа ла, был проблемалар хәл ителмәне. Киностудия төҙөүҙә йәмәғәтселекте әйҙәүселәрҙең алғы һыҙатында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле кинорежиссер Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов булды.

“Әхнәф, тәҡдимем бар…”

1989 йылдың август баштарында күптәнге танышым, дуҫым, билдәле кинорежиссер Әмир Ғәбделмән улы менән Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә осрашып, хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, ул: “Әхнәф, мин киностудия ойошторорға уйлайым, был йәһәттән һә­ләтеңде һәм техник мөмкинлектәреңде яҡшы беләм. Минең башҡа кандидатурам юҡ, әйҙә, бергәләп эшләйек. Мин киностудияның директоры, художество етәксеһе булырмын, ә һин – баш инженеры. Мөмкинлек булғанса, халҡыбыҙҙың бай тарихын, күренекле шәхестәрен кино таҫмаларына төшөрөп ҡалдырырға кәрәк. Беҙ донъяға ғүмерлеккә килмәгәнбеҙ бит!” – тип тәҡдим яһаны. Был минең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы хәбәр булды. Әмир ағай үҙенең күптәнге теләген 60-сы йылдар аҙағында һөйләшеп ултырғанда уҡ бик борсолоп һөйләгәйне инде. Оҙаҡ уйлап торманым, ризалығымды бирҙем.
Әлегә тиклем һәүәҫкәр кино төшөрөү­селәр Өфөлә киностудия ойошторорға тырышып ҡараған, ләкин профессиональ кимәлгә үҫеп етә алмаған. Төп сәбәптәрҙең береһе – финанс мәсьәләһенең хәл ител­мәүе.

Ниәттәребеҙҙе, беренсе сиратта, Мәҙәниәт министрлығынан башланыҡ. Килешкән көндә министр Салауат Хөрмәт улы Әминев беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Ул уй-пландарыбыҙҙы иғтибар менән тыңланы ла, киностудияның ойоштороу һәм үҫеш концепцияһы менән ентекләп танышып сыҡҡас, беҙгә: “Егеттәр, мин изге уйҙарығыҙҙы, пландарығыҙҙы ҡабул итәм, ярҙам итергә әҙермен!” – тине. Шунда уҡ беренсе урынбаҫары Рафаэль Ғәбдрәхим улы Шафиҡовты саҡырып алды ла, пландарыбыҙҙы ҡыҫҡаса аңлатып, уға тиҙ арала беҙҙең менән бергәләп министрлыҡтың коллегияһына киностудия төҙөү буйынса ҡарар проектын әҙерләү эшен йөкмәтте.

Шунда шатлығыбыҙҙы күрһәгеҙ ине! Беҙ Салауат Хөрмәт улына ҙур рәхмәтебеҙҙе әйтеп, йүгерә-атлай уның кабинетынан сығып киткәс тә, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.

Ниһайәт, 1989 йылдың 10 авгусында министрлыҡтың коллегияһы “Башҡортостан АССР-ы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында “Башҡортостан” киностудияһын төҙөү тураһында” ҡарар ҡабул итте. Коллегияның ҡарары тиҙ арала КПСС-тың Өлкә Комитетына һәм Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советына тапшырылды. Был беҙҙең беренсе уңышлы аҙымыбыҙ булды.

Алда ниндәй ауырлыҡтар көткәнен башҡа ла килтермәй инек. Иң ауыры – кино­студияның кәрәклеген партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәренә, бигерәк тә туранан-тура башҡарыусы хеҙмәткәрҙәргә иҫбат итеү. Ҡайһы берәүҙәре эште башҡарыуҙа яуапһыҙлыҡ күрһәтһә, икенселәре урыҫсалап әйткәндә, “проявляют тихий саботаж”. “Башҡорттарға киностудияның ни кәрәге бар?” – тип әйтеүсе лә булды. Улар менән эшләү бик еңелдән түгел ине. Ҡайһы берәүҙәр менән һөйләшеү “юғары тонға ла” барып етә торғайны.

Киностудияны ойоштороу бер сәбәпһеҙ һуҙылды. Ошо хәл республика йәмәғәт­селегендә борсолоу уятты. Бына шуның өсөн дә бер төркөм йәмәғәтселек вәкилдәре, СССР-ҙың халыҡ депутаттары, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, ижади берләшмәләр етәкселәре республи­каның иң юғары етәксе органдарына үтенес менән мөрәжәғәт итте. Улар араһында рәссам Әхмәт Лотфуллин, композитор Заһир Исмәғилев, яҙыусы Булат Рафиҡов, СССР халыҡ депутаты Алексей Рыжов һәм башҡалар бар ине, йәғни барлығы – 14 ҡултамға.

Шуға ҡарамаҫтан, КПСС-тың Өлкә Комитеты киностудия ойоштороу тураһындағы ҡарарҙы дүрт айҙан һуң ғына ҡабул итте, ә Министрҙар Советы, Өлкә Комитет ҡарар ҡабул иткәндән һуң, биш ай үткәс кенә ҡул ҡуйҙы.

Беҙ Әмир ағай менән туғыҙ ай көн дә иртән Мәҙәниәт министрлығының ҡабул итеү бүлмәһендә эш башлай инек. Ошо арауыҡта хеҙмәт хаҡы алмайынса эшләнек. Хәлебеҙҙе аңлаған өсөн ғаиләләребеҙгә ҙур рәхмәт! Шул уҡ ваҡытта киностудияның матди-техник базаһын үҫтереүҙе һорап, Мәҙәниәт министрлығы КПСС-тың Үҙәк Комитетына, СССР Дәүләт кино комитетына (“Госкино”) һәм РСФСР-ҙың Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итте, ләкин ыңғай яуап булманы.

Мин бер ҡыҙыҡ мәғлүмәткә туҡталып үтмәксемен. 1990 йылдың февраль айҙарында Мәҙәниәт министрлығы “Госкино” менән алдан һөйләшкәндән һуң, мин Мәскәүгә хат алып барҙым. Комитет рәйесе А.И. Камшалов хатты уҡып сығып, бер аҙ һөйләшеп ултырғас, телефон аша исем-шәрифен әйтеп, бер хеҙмәткәрен саҡырып алды ла унан: “Помню, мы властям Башкирии направили письмо с предложением открыть отделение “Госкино”, чем это закончилось?” – тип һораны. Хеҙмәткәр: “Да, мы получили отказ, что у них отсутствуют производственные площади, а татары сразу согласились”, – тине. Бында аңлатма биреп тороу артыҡ, тип уйлайым.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта илдә ҡатмарлы сәйәси һәм иҡтисади осор, Союз тарҡала башлаған ваҡыт ине. Шуның өсөн “Госкино” беҙгә ярҙам итә алманы. Шулай ҙа киностудияға кино етештереүҙе ойоштороу, финанслау тәртиптәре һәм башҡа күп кенә методик ҡулланмалар биреп ҡайтарҙылар. Уларҙы файҙаланып, баш бухгалтер Рәйсә Ҡарабаева һәм иҡтисадсы-финансист Гөлсәсәк Ғәбдинова менән бергәләп, тиҙ арала юридик яҡтан нигеҙләнгән киностудияны финанслау һәм етештереү тәртиптәрен ойоштороу өсөн ҡулланмалар эшләнек. Аллаға шөкөр, нисек кенә булмаһын, Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында үҙ сығымын үҙе ҡаплау нигеҙендәге киностудия ойоштороуға юридик документ әҙерләнек.

Тотҡарлыҡтарҙы еңеп

Хәҙер киностудияның базаһын булдырыу һәм профессиональ кадрҙар әҙерләү сиратта тора ине. Мәҙәниәт министрлығы эшебеҙҙе башлап алып китеү өсөн беҙгә Ленин һәм Революция урамдары мөйөшөндә урын­лашҡан йорттоң икенсе ҡатынан бер бүлмә бирҙе, һуңыраҡ тағы ла ике бүлмә өҫтәлде. Кинофильмдарҙы төшөрөү, пленкаларҙы сығарыу, монтажлау һәм тауышты синхрон рәүештә яҙҙырыу өсөн аппаратураларҙы һәм башҡаларҙы урынлаштырыу кәрәк ине.

Бына шуларҙы иҫәпкә алып, Министрҙар Советы 1990 йылдың 22 май бойороғо менән Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙ­мәһенең (ВДНХ) өсөнсө павильонын ки­ностудияға бирҙе, шулай уҡ республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына уны бер ай эсендә киностудия балансына биреү йөкмәтелде. Палата етәксеһе был бойороҡто үтәүҙе инҡар итте. Уның бындай ҡылығы киностудия хеҙмәткәрҙәре генә түгел, киң йәмәғәт­селектең дә ризаһыҙлығын тыуҙырҙы. Республиканың юғары етәкселәренә бындай башбаштаҡлыҡҡа сик ҡуйыуҙы һорап, мөрәжәғәттәр күпләп яуҙы.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында илебеҙҙә сәйәси яҡтан ғына түгел, сәнәғәт өлкәһендә лә емерелеү бара ине. Яңы кино эшләү техникаһын һатып алыу мөмкинлеге булманы. Шуның өсөн ҡайһы берҙәрен, иҫке булһа ла, Мәскәү киностудияларынан һатып алырға тура килде. Тауыш яҙыу магнитофондарын Башҡортостан Дәүләт телера­диокомпанияһы киностудияға бушлай бирҙе: уның генераль директоры Салауат Әмирхан улы Килдинға рәхмәт . Ә инде ҙур дефицит булған кино таҫмалары Украин ССР-ында урынлашҡан Шостка заводынан бартер иҫәбенә алынды. 1990–1991 йылдарҙа киностудияға 275 мең һумға кино һәм 18 мең һумға сит ил видеотехникаһы һатып алдыҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, кино төшөрөп экранға сығарыу өсөн, проявканан башҡа, бөтә техника алынды.

Автотранспортҡа килгәндә инде, ике машинабыҙ бар ине. Бик уңайлы “Автоклуб” машинаһын Мәҙәниәт министрлығы бирҙе. Заманында КПСС Өлкә Комитетының беренсе секретарын йөрөткән “УАЗ-469” машинаһы ла түләүһеҙ алынды.

Ҙур тотҡарлыҡтар менән бер йылдан һуң ғына киностудияға павильон бирелде. Тиҙ арала Гипрокино институты павильонды кино төшөрөү һәм эшләп сығарыу өсөн яраҡлы итеп үҙгәртеп ҡороу планын эшләне. Реконструкцияның дөйөм хаҡы 450 мең һум ине. Июнь аҙағында ремонт эштәре башланды. Бер ай эсендә 137,2 мең һумлыҡ эш башҡарылды. Заманында был ҙур күләмле хеҙмәт булды.

Бөтә булған эштәр октябрь айында тамамланырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәй сәбәп менәндер киносту­дияның етәксеһе алмашынды, ә мине яңы ойошторолған телерадиокомпанияға баш инженер хеҙмәтенә тәғәйенләнеләр. Һу­ңынан ишетеүемсә, яңы етәксе төп эште башҡарыу, йәғни кино төшөрөү урынына, был павильонды коммерция ойошмаларына ҡуртымға биреп, аҡса эшләй башлаған. Был “ҡара эш” республика етәкселеге иғтибарына барып етә һәм бер көн эсендә павильон бушатылған.

Әйтергә кәрәк, перспектив планға ярашлы, ошо павильон эргәһендә киностудияның башҡа биналарын урынлаштырыу ҡарал­ғайны. Ҡыҙғаныс, бөгөнгә тиклем уның базаһы, хатта бинаһы ла юҡ. Хәҙерге көндә киностудияны эҙләп табыу еңелдән түгел. Ул Сергиев зыяраты эргәһендә күп ҡатлы торлаҡ йорттоң ярымбаҙында урынлашҡан.

Киноларҙы донъя экранына сығарыу өсөн фильмдарҙы 35 миллиметрлыҡ таҫмаға төшөрөү, монтаж, күренештәрҙе һәм тауышты пленкаға яҙҙырыу өсөн ҡорамал республикала булманы. Технологик яҡтан кино төшөрөп, экранға сығарыуҙың 16 миллиметрлы пленканан айырмаһы булмауын яҡшы белһәм дә, 1990 йылдың октябрендә “Ҡаҙаҡфильм” киностудияһына барып, кино төшөрөү технологияһы менән ентекләп танышып ҡайттым. Унда күп йылдар “Ҡаҙаҡфильм” киностудияһында эшләгән, шул ваҡытта үҙ “Эдельвейс” киностудия­һының директоры, СССР дәүләт премияһы лауреаты, Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Әсхәт Тажетдин улы Әшрәпов менән таныштым. Ул пландарыбыҙҙы хупланы һәм хәленән килгәнсә ярҙам итергә әҙер булыуын әйтте. Мине киностудияның етәкселеге һәм матди-техник базаһы менән таныштырып сыҡты.

Әйтергә кәрәк, Әсхәт ағай 1950 йылда күренекле интернатташыбыҙ Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов менән 9-сы башҡорт мәктәбен (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлаған. Бына шунда инде тамырҙары Башҡортостандан булған “Ҡаҙаҡфильм” киностудияһы кинорежиссеры Малик Яҡшымбәтовтың эшләүен белдем. Ул командировкала булыуы сәбәпле, телефон аша ғына танышырға тура килде.

Көнүҙәк мәсьәләләр

Киностудия техник яҡтан нисек кенә камил булмаһын, кинофильмдарҙы юғары художество кимәлдә сығарыу ижади төркөмдөң хеҙмәтенә бәйле. Шуның өсөн Мәҙәниәт министрлығы аша Мәскәүгә Бөтә Союз кинематография һәм Санкт-Петербург кинематография институттарына талантлы йәштәребеҙҙе уҡырға ебәреүгә өлгәштек. Улар араһында бөгөн уңышлы эшләгән Булат Йосопов, Айҙар Аҡманов, Азамат Тимерғазин һәм башҡалар бар ине.

Киностудияның төп бурыстарының береһе – башҡорт телендә йәнһүрәттәр сығарыу. Аниматорҙарҙы әҙерләү эшен тулыһынса киностудияның художество етәксеһе Малик Яҡшымбәтов үҙ өҫтөнә алды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 60 рәссамды конкурс аша үткәреп, 13-өн СССР Дәүләт кино комитетының Алма-Ата филиалына ярты йыллыҡ юғары курсҡа ебәрҙек. Мультипликаторҙар әҙерләү 120 мең һумға төштө. Уның 100 мең һумын Министрҙар Советы түләне, ә ҡалғанын – киностудия.

Инженер-техник кадрҙарға ҡытлыҡ булманы. Оҙаҡ йылдар кино һәм тауыш яҙыу техникаһы өлкәһендә уңышлы эшләгән Илгиз Бикбаев менән Юлай Хөснөтдинов киностудияның төп профессионалдары ине.

Төрлө ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Әмир ағай үҙ һүҙендә торҙо. Ике йылда ла киностудия ике документаль фильм – “Республика хроникаһы”, Мәғариф министрлығы заказы буйынса “Аҡмулла” уҡыу фильмы, район хакимиәттәре заказдары менән “Зәйнәб Биишева”, “Сергей Аксаков”, “Ишмулла Дилмөхәмәтов”, “Ҡурай” һәм башҡа документаль фильмдар сығарылды. Кино­студияның беренсе нәфис-документаль фильмы башҡорт халҡының мәшһүр улы Зәки Вәлидигә 100 йыл тулыу айҡанлы төшөрөлдө һәм Ишембай ҡалаһында киң йәмәғәтселеккә күрһәтелде. Фильмдың авторы – Әкрәм Бейешев, сценарист-режиссеры – Әмир Абдразаҡов, кинооператорҙары – Илдус Ғәлиуллин һәм Алянус Биктимеров, тауыш режиссеры – Пальмира Әбделбә­ниева, тауыш операторы – Юлай Хөснөт­динов. Шулай уҡ киностудияның беренсе үҙенсәлекле фильмы ”Врата свободы” экранға сыҡты. Авторы һәм сценарисы – Малик Яҡшымбәтов.

1991 йылда мультипликаторҙар В. Байрамғолов, А. Мигурин, Р. Шәрәфетдинов, Р. Ҡашбулатов һәм башҡалар төркөмө башҡорт телендә ”Үрмәксе” һәм “Баҡсалағы айырылыу һуҡмаҡтары” исемле йәнһүрәт­тәрҙе эшләй башланы һәм 1993 йылда экрандарға сығарҙы. Былар – киностудияның ике йылда яулаған уңыштары. Дөйөм алғанда, “боҙ ҡуҙғалды”.

30 йыл дауамында киностудия үҙенең ойоштороу һәм үҫеш концепцияһын үтәй алдымы? Ошо һорау тыуа. Минеңсә, маҡтанырға иртә. Һаман да киностудияның заман талаптарына яуап бирерлек техник базаһы юҡ. Үҙебеҙҙең милли кадрҙарҙы әҙерләүгә һәм үҫтереүгә ысын мәғәнәһендә иғтибар биреп еткерелмәй. Фильмдарҙы төшөрөүҙе янып-көйөп йөрөгән йәштәребеҙгә тапшырырға кәрәк. Киностудияның етәкселәрен йыш алмаштырыу, шулай уҡ кинофильмдарҙы дәүләт кимәлендә тейешенсә финансламай тороп, донъя кимәленә сығарыу бик икеле.

Ҡайһы бер етәкселәр, телерадиокомпания булғас, беҙгә киностудия кәрәкмәй, тигән фекерҙә. Был тамырынан дөрөҫ түгел. Телевидениеның төп бурысы – халыҡҡа оператив мәғлүмәт, бөгөнгө сәйәси һәм социаль хәлдәрҙе еткереү. Уның техник базаһы һәм ижади хеҙмәткәрҙәре нәҡ ошоно үтәү өсөн ойошторолған. Ә киностудияның төп бурыстарының береһе – халҡыбыҙҙың бай рухиәтен, Башҡортостандың сал тарих биттәрен бөгөнгө һәм килер быуындарға еткереү, мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен һаҡлап алып ҡалыу һәм үҫтереү.

Шуның өсөн кино сәнғәтен үҫтереү өсөн кисекмәҫтән ентекле дәүләт программаһы төҙөү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Программала киностудияның матди-техник базаһын үҫтереү, кадрҙар әҙерләү, кинофильмдарҙы финанслау мәсьәләләрен билдәләү мөһим. Минеңсә, киностудияның статусын күтәреү һәм туранан-тура финанслау файҙалы булыр ине.


Автор: Әхнәф ТИМЕРБУЛАТОВ, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының беренсе баш инженеры
Читайте нас: