Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2020, 18:30

Тарихты һаҡлаусы усаҡ

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында 33 йыл элек Хеҙмәт һәм дан музейы асыла.

Музей тарихына күҙ һалғанда, ул иң беренсе урындағы мәктәптә Али Карнай бүлмәһе кеүек башланғыс ала. Ойоштороусыһы, туған тел уҡытыусыһы Мәғдин Адый улы Адыев була. Күпмелер ваҡыттан һуң, республика ветерандар ойошмаһының беренсе рәйесе Миҙхәт Иҙиәт улы Шәйҙуллин инициативаһы буйынса музей өсөн таштан ҙур бина төҙөлә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Мишкә районының Почётлы гражданы. Музейҙың етәксеһе итеп Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәсғүт Закир улы Закиров тәғәйенләнә. Уның тарафынан музейҙы экспонаттар, архив материалдары менән тәьмин итеү, байытыу буйынса бик ҙур эш башҡарыла. Оҙаҡ йылдар етәкселек итә. Унан һуң был эште ул килене, башҡорт теле уҡытыусыһы, Әнисә Фоат ҡыҙы Закироваға тапшыра. Әнисә Фоат ҡыҙы ҡайныһы ҡалдырған аманатҡа тап төшөрмәй, оҙаҡ йылдар музей эше менән шөғөлләнә. Артабан музей Эльвира Әмирйән ҡыҙы Шәйҙуллина (һүрәттә) етәкселегенә күсерелә.
Музей төҙөлөшө буйынса ете бүлеккә бүленгән. Беренсе бүлек төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейем-һалымына, һауыт-һабаһына бағышланған.
Икенсе бүлек коллективлаштырыу осорон тасуирлай. 1960 йылдарҙа Оло Шаҙы ауылында “Шаҙы” колхозы гөрләп эшләй. Һөт, ит, бойҙай пландан арттырып тапшырыла. Был бик алға киткән, көслө колхоз була. Колхоз аҡсаһына таҡта бысыу цехы, тирмән, колхозсыларға йорттар төҙөлә. Ул ваҡыттарҙа колхоз рәйестәре булып Ғиниәт Закир улы Азипов һәм Бәғдәнур Мулла улы Ғәлиев эшләй.
Өсөнсө бүлек данлыҡлы яҡташтарыбыҙ, фронтовик-яҙыусы Али Карнай, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, драматург Флорид Бүләков, шағир Шәйехзада Бабичҡа арналған. Бында уларҙың шәжәрә ағастары менән танышырға, шәхси әйберҙәрен, ҡулъяҙмаларын, китаптарын күрергә мөмкин.
Дүртенсе залда Бөйөк Ватан һуғышы тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин. Барлығы Оло Шаҙы ауылынан 408 ир-егет фронтҡа оҙатыла. Әммә күбеһенә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырға насип булмай. 206 һалдат яу яланында ятып ҡала. Фронтта һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә Ҡала-тау мемориалы булдырыла. Ҡала-тауҙың 206 баҫҡысы ошо һалдаттар иҫтәлегенә эшләнгән. Уның макеты музейҙа урынлаштырылған.
Бишенсе бүлек — күренекле яҡташтарға, алтынсыһы мәғариф өлкәһенә арналған. Етенсе залда ауылдың мәҙәни тормошо яҡтыртылған. Ауылда үткәрелгән сараларҙан, республика конкурстарынан бай фотоотчет төҙөлгән. Ауылға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар, шулай уҡ мәктәптә ойошторолған кәңәшмә, йыйылыш ҡатнашыусылары беренсе сиратта ауыл музейына инеп сыға. Район мәктәптәренән уҡыусылар һәр ваҡыт экскурсияға килә. Шулай уҡ Тыва, Финляндиянан килгән ҡунаҡтар ҙа була музей тарихында.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: