Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Апрель 2020, 16:30

Милли мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләйҙәр

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө уңайҙан үткәрелгән сараларға Асҡын 2-се балалар баҡсаһы ла ҡушылды#КурултайНациональныйКостюм #ҠоролтайМиллиКейем #ҡоролта#Аскынрайоны #МойНациональныйКостюм #МиллиКостюм # #НародыБашкирии #НацКостюмЭтоМодно #Асҡынрайоны

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе милли рухта тәрбиәләү уңайынан маҡсатлы эш алып барыла. Әленән-әле балаларҙа мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү йәһәтенән тәрбиәселәр бай йөкмәткеле саралар, район семинарҙары, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бирелә милли кейемгә, милли биҙәүестәргә лә ҙур иғтибар бирәләр. Төрлө милли сараларҙа кейер өсөн тәрбиәселәр, педагогик хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә лә, ҡыҙҙарға ла — түшелдеректәр, малайҙарға башҡорт биҙәге менән галстуктар теккәндәр.
  • Баланың донъяға ҡарашы, үҙ-үҙен тотошо, дуҫтарына, туған теленә, мәҙәниәтенә мөнәсәбәте ғаиләлә формалаша башлай һәм балалар баҡсаһында, артабан мәктәптә дауам итә. Беҙ, тәрбиәселәр, ошо ҡатлаулы тәрбиә процесын халҡыбыҙҙың милли традицияларына, йолаларына таянып уңышлы хәл итергә тырышабыҙ. Балаларҙа халҡыбыҙ уйындары, әкиәттәре, мәҡәл-йомаҡтары, йырҙары аша милли мәҙәниәтебеҙ тураһында төшөнсә бирәбеҙ. Республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың кейемдәре, милли биҙәктәр, йолалар, байрамдар, уларҙың тарихы менән таныштырыу маҡсатында бай йөкмәткеле саралар, байрамдар үткәрәбеҙ. Был эштә беҙгә ата-әсәләр ҙә бик ярҙам итә. Халыҡ ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, уларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтәбеҙ, берҙәмлек, дуҫлыҡ хистәре тәрбиәләйбеҙ, — ти Асҡын 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Эльза Нафиҡова.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: