Уның фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, семинар Асҡын районындағы Республика шәжәрә байрамы сиктәрендә уҙғарыла. Сара башланыр алдынан район халҡы ойошторған күргәҙмәләр менән таныштыҡ. Уңған ҡатындар милли кейемдәр тегеп кейгән, милли нағыштар, милли биҙәүестәр таҡҡан.
Халыҡ байрамы булһын
Артабан семинар йыйылған халыҡтың һорауҙарына яуап биреү рәүешендә тантаналар залында дауам итте.
Нимә генә тимә, халыҡ араһында шәжәрәһен төҙөргә теләгән кешеләр һаны артһа ла, тамырҙарын белмәүселәр ҙә юҡ түгел. Шуға күрә Башҡортостан Архив фондының документтарҙы ҡулланыу һәм баҫтырыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллиндың сарала ҡатнашып, килеп тыуған һорауҙарға яуап биреүе – үҙе бер һабаҡ.
Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәре тарафынан булдырылған тарихи-документаль проекттың ойошторолоуы, айырым “Башархив” сайты асылыуы тураһында ла күптәр белеп бөтмәй. Унда инеп, үҙеңдең шәжәрәңде төҙөргә, туғандарыңа ярҙам итергә була. Шул уҡ ваҡытта унда архивта һаҡланған мәғлүмәттәр генә ҡуйыла. Ҡайһы бер райондар хаҡында мәғлүмәт аҙ һаҡланған, шуға күрә ул сайтта бөтә документты ла табырға була тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Әммә халыҡ иҫәбе, ауыл хужалығы иҫәбе документтарына нигеҙләнеп, нәҫел ағасын төҙөргә була. Бына ошолар хаҡында ентекләп һөйләне Зөлфәр Ғәбит улы.
Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов үҙ сығышында милли байрамдар, уларҙа ҡатнашҡан халыҡ тураһында һүҙ йөрөттө. Уның фекеренсә, һабантуйҙар ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнһен өсөн, уларҙы кемдәргәлер күрһәтеү сараһы ғына итеп түгел, йыйылған һәр кем өсөн туҡланыу, байрам итеү майҙанына ла әйләндереү мөһим. Ғәҙәттә, беҙ ниндәйҙер комиссия үтә, етәкселәр ҡарай тип, өҫтәлдәге ризыҡтарға ла ҡағылмайбыҙ, махсус кейенгән кешеләр байрамдың күргәҙмә экспонаты кеүек, саранан ситтә ҡала хатта. Ошоларҙы иҫәпкә алып, ҡайҙалыр шашлыҡ, ситтә һатылған ашамлыҡ менән туҡланғансы, конкурс комиссияһын иң алдан үткәреп, сәғәт 10-дарға халыҡтың байрамға берҙәм ҡушылыуы мөһим, сөнки, нимә генә тимә, һабантуйҙар, шәжәрә байрамдары – беҙҙең халыҡтың, туғандарҙың, ауылдаштарҙың осрашыу урыны.
Гөлгөнә Баймырҙина үҙ сығышында төбәктәге милли кейемгә, аш-һыуға өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы. “Төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙҙәренә генә хас милли кейемдәре бар. Атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр йолаһына тоғро ҡалып, этник күлдәктәрҙе тергеҙәйек. Бына бөгөн һеҙҙең арала шундай кейем менән килгәндәр ҙә бар, уларҙы уртаға сығарайыҡ әле!” – тип саҡырҙы ул.
Ауылының ҡотон һаҡлаусы
Асҡын районы үҙәгендә 83 йәшлек Фәйхүнә инәй Ҡыямова хаҡында ишеттек. Уны төбәктә милли йолаларҙы һаҡлаусы тип атаһаҡ, хаҡ һүҙ булыр. Улар ире Әхмәтдин ағай менән 58 йыл татыу ғүмер итеп, ете бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн олатай мәңгелеккә күсһә лә, инәй уның рухына доғалар ҡылып тора.
Фәйхүнә инәй 10 балалы ғаиләлә үҫкән. Бөгөн үҙенең 38 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар. 41 йыл ҡәйнәһе Фәриғә менән татыу йәшәп, алты йыл урын-ер өҫтөндә ҡәҙерләп тәрбиәләгән. Иғтибар итегеҙ, урын-ер өҫтөндә, тип һөйләй халыҡ. Был түшәктә ятҡан ауырыуҙы ҡарау тигән һүҙ.
Инәй оҙаҡ йылдар фермала һауынсы булып эшләгән, хөрмәт һәм маҡтауға лайыҡ хеҙмәткәрҙе ете миҙал менән бүләкләгәндәр. Уның биш ҡыҙы һәм ике улы үҙе кеүек уңған, матур ғаилә ҡороп, донъя көтә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәйхүнә инәй ҡул эштәре менән туғандарын, яҡындарын ҡыуандыра. Түңәрәк балаҫтарҙы изге теләктәрен теләп бүләк итә. Миңә лә эләкте шундай матур бүләк. Бер йыл эсендә 45 түңәрәк балаҫ бәйләп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә биргән. Был ҡомартҡыны уларҙа “түңәрәк” тиҙәр. Формаһына ҡарап әйтелгәндер инде.
Беҙгә тағы ла бер бәхет йылмайҙы – 83 йәшлек Фәйхүнә инәй үҙ ҡулдары менән сәй яһап эсерҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, был да бит халҡыбыҙҙың аҫыл йолаларының береһе – ҡунаҡ килһә, уның йәшенә ҡарап тормайҙар, ә табынға саҡырып, һыйлай башлайҙар. Ә бында туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған кешенең шундай ихтирамына лайыҡ булыу – сикһеҙ ҡыуаныс. Кемгә эләгә әле бындай бәхет! Дөрөҫөн әйткәндә, ҡасан өлкән быуын вәкиле ҡулынан сәй эскәнмендер, хәтерләмәйем. Иҫән булһа, беҙ, ейәнсәрҙәре, тип өлтөрәп торған нәнәйемә 95 йәш тулыр ине. Өләсәй менән үҫкән кеше генә аңлайҙыр аралашыу, серләшеүҙең ни тиклем кинәнес икәнен. Улар бит хатта сәй яһағанда күңеленең бер өлөшөн, милли асылыбыҙҙың бер һыҙатын бүләк итә төҫлө.
Фәйхүнә инәйҙең балан ҡайнатмаһы, милли ризыҡтарҙан торған табыны әле булһа күҙ алдында тора. Юлһыҙ мәлдә уны эҙләп, Ҡарткиҫәк ауылына инеүебеҙ үҙе бер иҫтәлекле ваҡиға булды. Ауыл урамында ҡар иреп, машина менән йөрөрлөк тә юл ҡалмаған. Ҡышҡы итектәр менән йөҙөп тигәндәй барып ингәйнек өйөнә, күңелдәр йылынып сыҡтыҡ!
Халыҡ медицинаһы ысулдарын файҙаланып, инәй мейене урынына ултырта, доғалар менән кешеләрҙе дауалай. Төбәктә йәшәгән халыҡ уның ҡулы, доғаһы килешкәнен белә, шуға ла юлға сығыр, эш башлар алдынан уға килә.
Әйткәндәй, Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршыларға йыйынған төбәгебеҙҙә үҙебеҙҙең йолаларҙы һаҡлап йәшәгән халҡыбыҙ вәкилдәрен күрһәтә барасаҡбыҙ. “Ҡунаҡ көткәндә” рубрикаһында милләтебеҙ аҫылдары менән таныштырырбыҙ. Улар гәзитебеҙҙең сайтында видеоформатта сығасаҡ. Ә яҙмалар – ҡағыҙ баҫмабыҙҙа.
Яңыраҡ ”Айыҡ ауыл” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Әйткәндәй, өсөнсө урынды Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы яуланы. Уларға 150 мең һумлыҡ сертификат, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом тапшырылды.
“Бабич”ты ла осраттыҡ
Быйыл, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, республикала атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығы киң билдәләнә. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылы бара. Ошо уңайҙан Асҡындың 2-се мәктәбе балалары беҙгә шағирҙың “Ҡурайҡайға” шиғырын тәҡдим итте. IX “Б” класы уҡыусылары Азалиә Нурмиева, Лилиана Саҙриева, Редик Рафиҡов, Нургизә Исламова, Илина Нәбиуллина мәктәп программаһына ингән әҫәрҙе видеоға ла уҡыны. Уҡытыусылары – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.
Афарин, уҡыусылар! Башҡорт телен улар туған тел булараҡ өйрәнә.
IX “Б” класы уҡыусыһы Азамат Фәхретдинов ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән. Уҡытыусыһы – Рәмил Ғәбит улы Закиров. Азаматтың класс етәксеһе Дилбәр Зөфәр ҡыҙы әйтеүенсә, районда ҡурай серҙәренә төшөнөргә теләгән балалар күп, әммә педагогтар етешмәй.
Беҙ дәрескә ингәндә, алдан әйтеүебеҙсә, уҡыусылар Шәйехзада Бабич ижадын өйрәнә ине. Класташтары шағирҙың “Ҡурайҡайға” шиғырын уҡығансы, Азамат беҙгә ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. Афарин, егет!
“Без башҡортлар бит әле!”
Йәрис Рәфҡәт улы Зәйҙуллин – хаҡлы ялда, заманында математиканан, тарихтан уҡытҡан, завуч, мәктәп директоры булып эшләгән. Бөгөн ул тыуған яҡ тарихын өйрәнә, яугир яҡташтарының исемен мәңгеләштереү эше менән шөғөлләнә. Ул йәшәгән ауылда – Төлгөҙбашта Танып ырыуы башҡорттары көн итә. Төбәккә ырыу китаптары килеп еткән. Һәр кем үҙенекен белеп өйрәнә.
Йәрис Рәфҡәт улы – райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы етәксеһе һәм ветерандар советы рәйесе. Ул төбәктәге батырҙар тарихын өйрәнә. Уларҙың ауылында Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов тыуған. Ул 1942 йылдан башлап Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Воронеж, Ялан һәм 2-се Украина фронттарында хеҙмәт иткән. “Алтын Йондоҙ” миҙалы (26.10.1943), Ленин ордены (26.10.1943), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (13.10.1943), “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Сәлимйән олатай оҙон матур ғүмер кисереп, 2005 йылда вафат булған. Ул ҡатыны менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән, һәр эштә ҡатнашып, халыҡ менән тығыҙ аралашып йәшәгәндәр. “Бабай бик ябай ине, мин герой тип күкрәк һуғып йөрөмәне. Беҙ бына ошондай кешеләребеҙ хаҡында балаларға һөйләргә тейешбеҙ!” – ти Йәрис Рәфҡәт улы.
Ул ауылдың тағы бер геройы – Шәрип Хәбип улы Васиков. Был батыр тураһында мәғлүмәттәр һуңғы йылдарҙа табылған, тиергә лә була. Ул Кавказ аръяғы фронтында ҡатнаша һәм 1942 йылдың 26 – 29 авгусында батырлыҡ күрһәтә. Уны Советтар Союзы Геройы исеменә лә тәҡдим итәләр, әммә үлгәндән һуң һирәктәргә бирелә был исем. Яҡташыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Ул һуғыш барышында минометтың һуңғы миналарына тиклем ҡулланып, ахыр сиктә дошман ҡулына төшмәҫ өсөн үҙен шартлатып батырҙарса һәләк була. “Башҡорт халҡының батырлығы элек-электән тарихтан билдәле. Быны безнең атай-олатайҙар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла раҫлаған. Без үзебез китапса сөйләшмәсәк тә, тамырларыбыз башкорт. Төбәктең асаба халҡы булып йәшәп ятабыз!” – ти тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Асҡын районы.