Белеүегеҙсә, 2020 йылда Мишкә фин-уғыр донъяһының баш ҡалаһы итеп һайланды. Ошоға бәйле районда күп кенә саралар үтеп тора. “Уярня” байрамы ла быйыл төньяҡ райондарын берләштереп, Мишкәгә йыйҙы. Сараға Ҡалтасы, Краснокама, Балтас, Благовещен, Нуриман райондарынан килделәр.
Район Мәҙәниәт һарайы алды байрамса биҙәлгән, тирәләп мари халҡының тормош-көнкүрешенә арналған күргәҙмәләр урын алған, һатыу рәттәре лә эшләй.
Байрам сиктәрендә мари фольклор коллективтары үҙ-ара көс һынашты. Барлығы фестивалдә төрлө райондарҙан туғыҙ коллектив ҡатнашты. Улар халыҡ йырҙарын, уйындарын, йолаларын сәхнәләштерҙе. Жюри ағзалары Нуриман районының “Кугу Шеде” фольклор төркөмөнөң сығышын юғары баһалап, беренсе урынға лайыҡ тип билдәләне. Икенсе урында — Балтас районының “Арвий” коллективы. Өсөнсө урынды үҙ-ара Краснокама районының “Таныптур сем” һәм Мишкә районының “Акарт” фольклор ансамблдәре бүлеште.
Шулай уҡ “Уярня” байрамы сиктәрендә “Мари батыры” конкурсы ойошторолдо. Барлығы 13 ир-егет ҡатнашты сарала. Иң йәш бәйгесегә — 16, ә иң олоһона 69 йәш ине. Үҙҙәре менән таныштырғандан һуң улар бергәләп билдәле мари “Тывырдык” бейеүен башҡарҙы.
Ир-егеттәр өсөн беренсе конкурс уҡтан атыу ине. Икенсе һынау — үҙенсәлекле рәүештә үҙең менән таныштырыу. Кемдер рэп уҡыны, кемдер шиғыр һөйләне, шаяртыуға ҡоролған сығыштар ҙа булды. Өсөнсө конкурста ир-егеттәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Һәр сығыш тамашасылар тарафынан ҙур алҡыштар менән оҙатылды. Жюри ағзалары был конкурсты юғары баһаланы.
Һәр конкурсант төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Ҡалтасы районынан 38 йәшлек Андрей Петраев сыҡты. Икенсе урынға — Мишкә егете Максим Андреев (16 йәш), өсөнсө урынға Краснокаманан килгән Вениамин Илинбаев (61 йәш) лайыҡ булды.
Сара йыр-бейеү, уйындар менән үрелеп барҙы. Байрамдың иң юғары нөктәһе ҡарасҡылар яндырыу булды. Ҡарасҡы — ҡыш символы һымаҡ, уны яндырыу яңы миҙгелгә аяҡ баҫыуҙы аңлата. Халыҡ үҙенең ауырыуҙарын, насар ваҡиғаларҙы, ауыр мәлдәрен ҡағыҙға яҙып, ҡарасҡы менән бергә яндырҙы.