Борай районының матур бер мөйөшөндә, ҙур булмаған Иҫке Туҡран ауылында донъяға килә ул. Бәләкәй сағынан радиоалғыс алдында мөкиббән китеп, хатта әйләнә-тирәләгеләрҙе ишетмәйенсә йыр тыңлаған малайын күреп, атаһы тальян алып ҡайта. Яратып тыңлаған көйҙәрен тальян телдәренән эҙләп табып, уға ҡушылып үҙе лә йырлап үҫә малай. Апаһы Мәҙинә лә был гармунда уйнарға өйрәнеп, киләсәктә хеҙмәт юлын нәҡ музыка менән бәйләүе лә осраҡлы түгелдер. Тимәк, моң Хәмәтнуровтарҙың ҡанында!
Мәктәптә уҡыған сағында ла Нурулла мәҙәниәт тормошона ҡушылып үҫә: мәктәп, ауыл клубы сәхнәләрендә йырлай. Борай 2-се урта мәктәбен тамамлағас, ул ваҡыттағы осорҙа ғәҙәткә кергән юл менән тигәндәй, Первоуральск ҡалаһына заводҡа эшкә юллана. Ике йыл эшләй ул унда. Шул ваҡытта ла төрлө конкурстарҙа, сараларҙа, смотрҙарҙа ҡатнашып йөрөй һәм күңеле менән бары тик шул моң эсенә тартылыуын тойомлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни-ағартыу училищеһына юл тота. Һәләтле егетте беренсе имтихандан һуң уҡ уҡырға алалар — ул хор бүлеге студенты булып китә. Профессиональ дәрәжәлә тауышын ҡуйыу, көйҙөң барлыҡ нескәлектәрен аңлап, тойоп башҡарыу кеүек серҙәргә өйрәнгән, инде үҙе дипломлы белгес булған Нурулланы Ейәнсура районына эшкә ебәрәләр. Өс йылға яҡын шунда эшләй ул. Буласаҡ тормош иптәше Асфираны ла нәҡ шунда осрата. Әммә кеше уйлай, Хоҙай раҫлай тигәндәй, Нурулланың әсәһе ҡаты ауырып китеп, уға тыуған яғы Борайға ҡайтырға тура килә. Был 1975 йыл була. Ошо йылдан башлап лайыҡлы ялға туҡтағансы ул район Мәҙәниәт йортонда хормейстр булып эшләй.
1975 йылдың ғинуарында эшкә башлаған Нурулла Ғафар улы Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын байрам итеүгә йәштәр хорын ҙур сәхнәгә сығара. Һуңыраҡ ошо хорға халыҡ исеме бирелә. Дәрәжәле исем менән баянсы һәм хормейстр штаттары ла асыла, бюджет булдырыла. Күңеле менән моңға тартылған Нурулла Ғафар улы ветерандар хоры булдырыу ниәте менән яна башлай. Башта уларға махсус репертуарҙы эҙләп таба, унан хорға кәрәкле тауыштарҙы һайлай. Бына тигән хор булдырып, улар менән дә халыҡ хоры исемен яулауға ирешә. Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла бергә туплап, “Асылъяр” вокаль ансамбле булдырыла. Эштән туҡтағансы улар менән 13 йылға яҡын эшләп, районда уҙҙырылған бер генә саранан да ситтә ҡалмай торған яҡшы, һәләтле вокаль ансамбле төҙөлә.
Репертуарҙы ла ул ентекләп һайлай — кеше күңеленә үтеп инерлек, иҫтә ҡалырлыҡ, яратып тыңлаған йырҙар булһын. Бары тик шулай булғанда ғына тамашасы ҡабул итәсәк. Эйе, шулай итеп эшен яратып, бар күңелен биреп башҡара ул.
Ғаиләһендә лә бәхетле Нурулла ағай. Бар ғүмерен сауҙа өлкәһендә эшләүгә бағышлаған тормош иптәше Асфира апай менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Динар атаһы юлын һайлаған — ғүмерен музыка менән бәйләгән. Әлеге ваҡытта ул Воркута драма театрының музыка бүлеге мөдире, композитор. Тормош иптәше Гөлнара менән (ул да ошо театрҙа актриса) ике бала үҫтерәләр. Тыуған йортҡа, ата-әсәһе янына һағындырып ҡына ҡайтһалар ҙа, телефон аша көн һайын һөйләшеп, хәл-әхүәл белешеп торалар. Ҡыҙҙары Ирина Николо-Березовка ауылында хоҡуҡ һаҡлау органдарында балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып эшләй. Майор дәрәжәһендә. Тормош иптәше менән бер ул үҫтерәләр. Ата-әсә ғорурлығы булып матур, етеш тормошта йәшәй Нурулла ағай менән Асфира апайҙың балалары.
Әле күптән түгел генә Нурулла Ғафар улы үҙенең матур юбилейын да үткәрҙе. Уны ҡотларға район ветерандар советынан, мәҙәниәт бүлегенән һәм элекке хеҙмәттәштәре килгән. Һуңғылары былай ҙа йыш була уның янында. Күңеле йыр-моңға бай, музыканы биш бармағылай аңлаған белгестең кәңәштәренә хеҙмәттәштәре йыш ҡолаҡ һала.
Эйе, нур өләшеп, нур сәсеп йәшәй ул Нурулла ағай. Әйткәндәй, уның бит фамилияһында ла “нур” ижеге бар түгелме? Исеменә — еҫеме тигәндәре шул булалыр инде.