Һөнәри байрамдары уңайынан районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө дәрәжәләге Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында Упҡанкүл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы Зөбәржәт Әминева ла бар. Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин уға район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Эшемде бик яратам. Мәҙәни сараларҙың уртаһында, әлбиттә, уҡытыусылар, ағинәйҙәр, уҡыусы балалар, уларҙың ярҙамын ныҡ тоям. Хаҡлы ялдағы апайҙар ҙа бик әүҙем йөрөй, төрлө сараларҙа теләп ҡатнаша. Форсаттан файҙаланып, шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә минең барлыҡ башланғыстарымды тормошҡа ашырыуҙа бар күңелдәрен һалған ярҙамсыларыма рәхмәт әйткем килә, — ти ул. Тәү сиратта, Зөбәржәт Ғафиф ҡыҙының төп ярҙамсылары, әлбиттә, ғаиләһе. “Ҡыҙҙарым — минең уң ҡулым”, — ти ул. Флүр Фәнүз улы менән улар дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Олоһо Эльза ғаиләле, Өфөлә йәшәй, һөнәре буйынса табип. Ата-әсәһенә өләсәй-олатай булыу бәхетен бүләк иткән. Лениза нефть техник университетын тамамлап магистратурала уҡый. Ә бына Асҡын 2-се мәктәбенең 10-сы класында уҡыусы Рида менән Упҡанкүл мәктәбенең 5-се класында белем алыусы Наҙгөл, ысынлап та, Зөбәржәт Ғафиф ҡыҙының өйҙә лә, эштә лә төп ярҙамсылары. Әсәйҙәренә оҡшап улар ҙа матур йырлай, оҫта бейей.