Йәнтөйәк
-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2020, 16:28

”Красноусол” – Фольклориаданың рәсми һыуы

Халыҡ-ара кимәлдәге сара өсөн ”Красноусол” эсәр һәм минераль һыуын яңы биҙәкле этикеткалы һауыттарға тултыра башлаясаҡтар. Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә ул апрелдә магазиндарға сыға башлаясаҡ.

Красноусол минераль һыу ятҡылыҡтары XVI быуаттан билдәле. Бик борон замандарҙа уҡ урындағы халыҡ һыуҙың шифалы икәнен яҡшы белгән һәм шуға ла “Изге шишмәләр” тип атаған. Һыу сығанаҡтарының көсө һәм дауалау серҙәре хаҡында бик күп легендалар һәм риүәйәттәр бар.
Минераль һыу етештергән завод федераль кимәлдәге “Красноусол” шифаханаһының тәбиғәт һаҡлау биләмәһендә урынлашҡан. Предприятие сығарған эсәр һәм минераль һыуҙың тәбиғи составы һаҡлана, йәғни файҙаһы һәм шифаһы һис кәмемәй. Тап ана шуның өсөн ул бөгөн Башҡортостанда ғын түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә бик популяр.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: