Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2020, 16:49

Тыуған яҡты данға күмә

Виртуоз-гармунсы Нәғим Бабичевты районыбыҙҙа ғына түгел, республикала ла бик яҡшы беләләр. Нәғим ағайҙан башҡа бер генә мәҙәни сара ла үтмәй тиһәк, яңылыш булмаҫ.

Үҙенең матур тәбиғәте, төрлө яҡтан уратып алған урмандары, сылтырап аҡҡан шишмәләре менән күҙҙең нурын алып торған, тәрән соҡор эсендә урынлашҡан Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Нәжметдин ағай һәм Нәфисә апайҙың ғаиләһен шатлыҡҡа күмеп, донъяға сабый ир бала ауаз һала. Төпсөк булғанғамы, ата-әсәһе, ағай-апайҙары уны яратып, иркәләп үҫтерә. Бабичевтар ауылда хөрмәткә эйә кешеләр була. Нәжметдин ағай өҙҙөрөп тальянда уйнап, ә Нәфисә апай үҙенең моңло тауышы менән тирә-яҡты таң ҡалдыра. Ауылда заманында үрнәкле ғаилә булып, һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп, матур тормош юлы үтәләр.Бала саҡ хәтирәләреТуғандары әйтеүенсә, бәләкәй Нәғим ике йәшендә үк тальян гармун менән ҡыҙыҡһына башлай. Тәбиғәттән бирелгән был һәләт күптәрҙә быуындан-быуынға күсә. Был осраҡта ла тап шулай була: атаһының моңло тальяны кескәй малайҙа ғүмерлеккә һөйөү уята. Бала саҡ хәтирәләренән Нәғим Нәжметдин улы бер ваҡиғаны көлөп иҫкә төшөрә: “Шулай бер ваҡыт күрше малайҙары менән тальян эсендә кем шундай моңло тауыш сығарып ултырғанын белергә булдыҡ. Ҡыҙыҡһыныу бик көслө булған күрәһең, атайҙың тальянын ҡап урталай ярып ҡараныҡ. Атайҙан шул ваҡытта бик ҡаты эләкте, әлбиттә. Шул ваҡиғанан башлап мин музыкаль инструменттарға һаҡсыл ҡарай башланым”. Дүрт йәше тулғас, ағаһы Фәдис уны яйлап ҡына гармун уйнарға өйрәтә башлай. Шатлығының сиге булмай кес кенә малайҙың. Шулай итеп, тап Фәдис ағаһы Нәғимде музыка иленә алып килә. Әйткәндәй, Фәдис ағаһы ла күптән түгел үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Ә бына Нәғим Нәжметдин улының профессиональ музыкант булып үҫешендә уның бер туған апаһы, бөгөн “Мираҫ” фольклор ансамбленең художество етәксеһе Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова ҙур өлөш индерә. Бала саҡтан тағы бер ваҡиғаны гармунсы тулҡынланып иҫкә төшөрә:— Ауыл клубында гармун бар ине. Мин һәр ваҡыт клуб мөдиренең ҡайтып киткәнен көтөп алам да шул гармунды алып ҡайта инем. Баҡса мөйөшөнә йәшенәм дә, эй уйнай торғайным. Мине бер кем дә ишетмәй, тапмай тип уйлағанмындыр инде, ә гармун тауышы киске тынлыҡты боҙоп, ауылға тарала икән. Клуб мөдире әҙерәк уйнарға бирә лә инструментты алып китә торғайны. Мәктәптә уҡыған ваҡытта Фәдис ағаһы Нәғимгә Ҡыҙыл яр өлкәһенән ысын гармун алып ҡайтып бирә. Был ваҡытта ул үҙ аллы уйнарға өйрәнгән була. Ағаһы бүләк иткән гармун уның иң яҡын дуҫына әүерелә. Ҡулыңа гармун алдыңмы, уны кире ҡуйыу мөмкин түгел, тиҙәр. Ысынлап та, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә лә, шатлыҡтан баш әйләнгәндә лә ул гармунын алып, күңел тыныслығы таба. Нәғим Нәжметдин улы әйтеүенсә, гармун тормош ваҡлыҡтарын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора. Мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда үткән барлыҡ сараларҙа гармунында уйнап, бармаҡтарын шымарта. Мәктәптә үткән бәйгеләрҙә еңеп, район үҙәгендә бик күп тапҡыр сығыш яһарға насип була. Ауылда күп ҡыҙҙарҙың йөрәген елкендереп, үҙенә ҡаратҡан берҙән-бер егет була ул. Ҙур сәхнәгә юлҠыйғаҙытамаҡ ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, ул Дәүләкән музыка училищеһына уҡырға бара. Бер нота ла белмәйенсә егет тальянда оҫта уйнап, һайлап алыу турын үтә, әммә уҡырға ҡалмай. “Сит яҡтарҙа йәшәргә әҙер булмағанмын, күрәһең, туғандарымды һағындым, өйгә магнит тартҡан кеүек тартты”, — ти Нәғим Нәжметдин улы. 1970 йылда Өфө һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, төҙөүсе һөнәрен алып сыға. Унан Бөрө автомәктәбен тамамлай. Йәш егеткә шунда уҡ эш, йәшәргә урын тәҡдим итәләр. Ләкин Нәғим Нәжметдин улының яратҡан гармунынан айырылғыһы килмәй. Был ваҡытта инде уның оҫта гармунсы икәнен белеп өлгөргән булалар. Шулай итеп, 1977 йылдан Нәғим Бабичевтың ижади эшмәкәрлеге башлана. Уны район Мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлап, дипломлы белгес булып китә. Алты йыл — Пионерҙар йортонда, һигеҙ йыл музыка мәктәбендә баян түңәрәге алып бара, оркестрҙа уйнай. Хатта бер ваҡыт музыка мәктәбендә директор вазифаһын да башҡара. Унан һуң бөгөнгәсә район Мәҙәниәт һарайында аккомпаниатор булып эшләй. Билдәле драматург, яҙыусы, музыкант Флорид Бүләков менән эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала гармунсы. Музыка донъяһына тулыһынса бирелә Нәғим Нәжметдин улы. Һәр сығышына ентекле әҙерләнә, көтөп ала. Үҙенең тамашасылары барлыҡҡа килә. Һәр сығышын яратып ҡаршы алалар. Төрлө республика фестивалдәрендә, конкурстарҙа сығыш яһап, ҙур уңыштарға ирешә. “Эрвел” халыҡ бейеү ансамбленең, “Мишкан сем” халыҡ вокаль ветерандар ансамбленең, район Мәҙәниәт һарайы солистарының аккомпаниаторы. 2004 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика конкурсында Гран-при яулай. Нәғим Бабичевтың хеҙмәтен лайыҡлы баһалап, 1996 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен бирәләр. "Ғаиләм-ҡәлғәм"1975 йылда сибәр, тыйнаҡ, уңған Рәдинә Яҡуп ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Эльза, улдары Вадим донъяға килә. Сабыйҙарына иркәләп, һөйөп, наҙлап йәшәү көсөн бирәләр. 45 йыл иңгә-иң терәп, олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле һәм игелекле, үрнәкле ғаилә булып, тәрбиәле балалар үҫтереп, тормош юлына сығаралар. Хәҙер улар үҙ аллы ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Ейәндәре Лиза менән Данилға яратҡан олатай һәм өләсәй улар.“Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле!..”Сәстәренә сал ҡуна башлаған Нәғим Бабичевтың гармунда һыҙҙыртҡан моңдары инде нисәмә йыл тамашасының үҙәген өҙә. Музыканттың үҙенә генә хас һыҙаты — бөгөнгәсә Нәғим Бабичев, йәш сағындағы кеүек, ноталар буйынса түгел, ә музыканы йөрәге аша үткәреп, күңел ҡушыуы буйынса уйнай. Был, һис шикһеҙ, оло талант! Шәйехзада Бабич нәҫеленең лайыҡлы вәкилдәре бар әле беҙҙең Мишкәлә! Үҙ халҡыңдан үҙең иҫән саҡта оло хөрмәт алыу – бик һирәктәргә тәтей торған бәхет бит ул. Нәғим Нәжметдин улы ла ошо бәхеткә эйә.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: