Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Март 2020, 18:11

“Тамсылар”ҙың сираттағы еңеүе

Күптән түгел Иҫке Балтас ауылында “Башҡортостан ынйылары” республика балалар театр коллективтары фестиваленең төбәк ярышы үтте. Сарала Балтас, Тәтешле, Ҡариҙел райондарынан мәктәп уҡыусылары ижади көс һынашты.

Фестивалдең темаһы — Башҡортостандың 100 күренекле шәхесе. 12 минутлыҡ спектаклдәрҙе ҡарағас, баһалаусылар төркөмө берҙәм фекер менән Балтас районынан фольклор-театр түңәрәге сығышын Гран-при менән билдәләне. Тәтешлеләр — беренсе, Ҡариҙелдәр — икенсе урындарҙа. Еңеүселәр яҙғы каникул ваҡытында Әлшәй районында үтәсәк “Башҡортостан ынйылары” фестиваленең республика этабында ҡатнашасаҡ.
Фестивалдең төбәк ярышын, шулай уҡ быға тиклем үткән район этабын район мәғариф бүлеге һәм Балалар ижады үҙәге ойошторҙо. Район этабында ла өс коллектив сығыш яһағайны. Иҫке Балтастар — беренсе, Көндәшле урта мәктәбенән Розалия Рафиҡова етәкләгән “Көндәшле бөркөттәре” коллективы “Яҡты яҙмыш — яҡты йондоҙ” сәхнә күренеше менән — икенсе, Түбәнге Иванай урта мәктәбенән Гөлсибәр Әхмәтғәлиева етәкләгән “Шайморатовсылар” төркөмө “Шайморатов генерал” күренеше менән өсөнсө урынды яулағайны.
Төбәк ярышы баһалаусылар төркөмө эшен район мәғариф бүлеге начальнигы Альбина Ғелметдинова етәкләне. Был яуаплы эшкә район Мәҙәниәт һарайының тәжрибәле театр һәм фольклор белгесе Камилә Халиҡова, Тәтешле Балалар ижады үҙәге директоры Роза Гәрәйшина, Ҡариҙел район мәғариф бүлеге методисы Рәйлә Хәбибйәнова алынды.
Ҡариҙел районынан килгән “Сая бөркөттәр” коллективы “Нахаҡҡа рәнйетелгән яҙмыш” тип аталған күренеште сәхнәләштерҙе. Етәксеһе — Тәфкиә Хәзиева. Уларҙың сығышы яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлына бағышланғайны.
Тәтешлеләр урындағы темаға мөрәжәғәт иткән. “Ете егет китте ауылдан...” тип аталған күренештең уртаһында – Советтар Союзы Геройы Миңнулла Бәҙретдинов. Һуғыш алдынан ауыл кешеләре Тибел кордонына урман киҫергә бара. Берҙәм эштән һуң күңел асып, бейеп, йырлап та, сәй эсеп тә алалар. Һәм шул вакыт һуғыш башланыуы тураһында ҡот осҡос хәбәр ишетәләр. Ир-егеттәр яу ҡырына китә. Миңнулла, балаларын, ҡатынын етем ҡалдырып, илебеҙ азатлығы өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк була. Жюри ҙа, тамашасылар ҙа был күренеште тетрәнеп ҡараны. Коллектив етәксеһе – Ризәлә Ғәлиева.
Балтас районы уҡыусыларының сығышы яҡташыбыҙ, күренекле ғалим Әхнәф Харисовтың тормош юлына бағышланды. Әхнәф Ибраһим улы — яҙыусы, филолог, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ул Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Октябрь революцияһы, “Почет билдәһе” ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Сәхнә күренеше “Ғалим булғым килә” тип аталды. Әхнәф Харисов ролен Тимур Әхмәҙуллин, уның әсәһе Сәтиғә булып Карина Хәбирова, дуҫтары булып – Марат Закиров, Эльвина Әмирйәнова, туғандары булып – Марат Әбдрәхманов, Алмаз Фәрхетдинов, Эльмира Шакирова, яҡташы булып Эльмир Вәлиәхмәтов оҫта уйнаны. Сценарий ғалимдың бала сағын тасуирланы, уның бәләкәйҙән йор телле булыуын, әсәһе өлгөһөндә халыҡ ижадын яратыуын, белеүен, шул ваҡыттан уҡ күңелендә туплауын, уҡырға теләге ҙур булыуын күрһәтте. Йәш артистарҙың сығышы уйын-көлкө, йыр-моң, ҡурайҙа, ҡубыҙҙа, думбырала уйнау менән үрелеп барҙы.
“Тамсылар” фольклор-театр түңәрәге Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә 2010 йылдан башлап эшләй. Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова. Шулай уҡ түңәрәктең уңышлы эшләүендә педагог-ойоштороусы Зифина Әхмәҙуллинаның хеҙмәт өлөшө ҙур. Түңәрәктең иң әүҙем ағзалары – Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары Илина Аҡсурина, Динар Нуриев, Рөстәм Ихсанов, Әлфир Исламов, Эмиль Ғәлләмов, 10-сы класс уҡыусылары Эльмира Шакирова, Эльвина Әмирйәнова, 9-сы класс уҡыусылары Тимур Әхмәҙуллин, Камила Усманова.
2017-2018 уҡыу йылында уҡыусылар “Рухи байраҡ – һинең исемең” тигән тамашаны сәхнәләштерҙе. Тарихтан белеүебеҙсә, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалы етәксеһе Салауат Юлаев Балтас районында Нөркә ауылында үҙенең ғәскәренә ир-егеттәр йыя. Бирелә ҙур алыш була. Тамаша нәҡ ошо ваҡиғаға бағышланғайны. Мишкә районында төбәк этабында еңеп, коллектив “Башҡортостан ынйылары” республика театр фестивалендә ҡатнашты һәм 2-се дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Шулай уҡ Тимур Әхмәҙуллин менән Рифат Ғлимйәнов — “Актер оҫталығы” номинацияһында, Камила Усманова «Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы” номинацияһында еңеүсе булды. Тимур Әхмәҙуллиндың “Беҙҙең яҡтарҙа Крәҫтиәндәр ихтилалы” тигән фәнни-тикшеренеү эше лә диплом менән бүләкләнде. Әйткәндәй, был әүҙем коллектив 2010 йылдан башлап ошо фестивалдең республика этабында ете тапҡыр ҡатнашып, 2-се, 3-сө дәрәжә дипломдарға эйә булды, уҡыусылар төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.
Денис Кобелев, Миләүшә Әхтәмова, Лилиә Сәфетдинова, Нурия Шәисламова, Рифат Ғлимйәнов – түңәрәктең элекке ағзалары. Бөгөн улар студенттар.
Быйылғы уҡыу йылында “Тамсылар” театр коллективына яңы состав йыйылды: 1-се һәм 2-се урта мәктәп уҡыусылары. Яңы тамашаны сәхнәләштереүҙә Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы менән бергәләп Зифина Әхмәҙуллина, Гөлфирә Хәсәнова һәм Гөлфиә Шәисламова көс һалды.
Автор; Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: