Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ғинуар 2020, 16:30

Мишкә районында “Шорыкйол” байрамы гөрләп уҙҙы

Мариҙарҙың көтөп алған был байрамы бер аҙна буйы бара һәм төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән үтә. Тура тәржемә яһағанда “Шорыкйол” һарыҡ аяғы тигәнде аңлата.

Боронғо заманда был көндө ҡыҙҙар ихатанан-ихатаға йөрөп, аҙбарға инеп, һарыҡтарҙың аяғына ҡағылған. Был йола йортҡа уңыш һәм именлек килтереү билдәһе булып иҫәпләнгән. Шулай уҡ кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар һарыҡ аяғын тота алһа, ағымдағы йылда үҙ парын табасаҡ, тип юрағандар. Байрам барышында ауыл буйлап йөҙҙәре ҡаплаулы, кейемдәре тиҫкәре яғы менән кейелгән сәбләйҙәр йөрөй. Улар һәр йортҡа инеп байрам менән ҡотлай, ә хужалар, үҙ сиратында, уларҙы ҡәҙерләп ҡаршы алырға бурыслы. Өҫтәлдең һый-хөрмәттән, милли аҙыҡтан һығылып тороуы мотлаҡ.
Мишкә ауылына “фин-уғыр донъяһының баш ҡалаһы” статусын тапшырыу сараһында, “Шорыкйол” байрамы менән тап килеү сәбәпле, ҡунаҡтарҙы биш йүнәлешкә бүлеп, биш ауылда байрамдың үҙенсәлектәрен, унда башҡарылған йолаларҙы күрһәттеләр.
Озерки ауылында ҡунаҡтарҙы байрамса егелгән саналы аттарҙа ҡаршы алдылар. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Хәйретдиновтар ғаиләһе ҡабул итте. Йола буйынса күңелле йырҙар, бейеүҙәр, милли уйындар, һый-хөрмәт, сәбләйҙәрҙе ҡаршы алыу, йәш ҡыҙҙарҙың күрәҙәлек итеүе ойошторолдо. Сәбләйҙәр сығып киткәндә ғаиләгә байлыҡ, именлек теләп бойҙай һипте.
Яңы Аҡбулат ауылында килгән ҡунаҡтарҙы йола йырҙары, ҡоймаҡ һәм кеүәҫ менән ҡаршы алып, Саляевтар йортона саҡырҙылар. Бында милли аҙыҡтарҙан бай өҫтәл әҙерләнгәйне. Табын ни тиклем бай булһа, киләһе йыл да шул тиклем уңышлы һәм ваҡиғаларға бай буласаҡ, тигән ышаныу йәшәй мариҙарҙа.
Элек “Шорыкйол” байрамы ваҡытында йәш егет-ҡыҙҙар милли уйындар уйнаған. Яңы Аҡбулат ауылы йәштәре ошо уйындарҙы күрһәтте. Ҡыҙҙар буласаҡ парҙарына күрәҙәлек итте. Ҡапҡа аша бәрелгән быйма ҡайһы яҡҡа төшә, шул яҡҡа кейәүгә сығаһың, тип һаналған.
Йылыш ауылында Алексеевтар ғаиләһе лә байрамды йолаға тап килтереп башҡарырға тырышты. Ҡунаҡтар менән бергә йырҙар, бейеүҙәр башҡарылды, төрлө уйындар уйнатылды. Йәш ҡыҙҙар аҙбарға инеп һарыҡ аяғын тоторға тырышты. Әгәр йәш ҡыҙ ҡара һарыҡ аяғын тота икән, тимәк тормош иптәше ҡара сәсле, ағын тотһа – аҡ сәсле буласаҡ. Әгәр ҡыҙ кәзә аяғын эләктерһә, буласаҡ пары икенсе милләттән буласаҡ, тигән юрау йәшәй.
Бар ауылдарҙа ла байрам юғары кимәлдә үтте. Ҡунаҡтар ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Ғәҙәттәгесә, сара мари халҡының дуҫлыҡ бейеүе “арҡан (веревочка)” менән тамамланды.
Лилиә ХӘСӘНОВА
Читайте нас: