Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
16 Января 2020, 11:22

Яҡташтар сығышы күңелдәргә йәм өрҙө

Солтанайҙа Нефтекама филармонияһы төркөмөнөң матур концерты үтте

Кисә Солтанай ауыл мәҙәниәт йортонда йыр-моңға, бейеүгә, нәфис һүҙгә бай сара үтте. Унда Нефтекама дәүләт филармонияһының “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Йәш йырсылар Айнур Әмиров, Руфина Йәнбирҙинаның, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәновтың моңло йырҙарын солтанайҙар көслө алҡыштарға күмде. Бигерәк тә билдәле яҡташтарыбыҙ — Сулпан Ғафурйәнова менән Нәфис Ниғәмәйевтың сығышы уларҙың күңеленә хуш килде. Артистарҙың мөхәббәт, тормош матурлығы, миҙгелдәр тураһындағы йырҙары, Нәфис Ниғәмәевтың баян, Иҙел Исҡужиндың ҡурай моңдары, әйтерһең дә, һалҡын ҡыш көнөндә йылылыҡ өләште.
Концертты алып барыусы Сулпан Зөлфәҡәр ҡыҙы йылы ҡаршы алғандары, һәр сығышты алҡыштарға күмгәндәре өсөн солтанайҙарға рәхмәт әйтте.
“Ҡайтауаз” эстрада төркөмөнөң концерты Солтанай ауылы халҡы өсөн иҫкесә Яңы йылға матур бүләк булды.
Читайте нас