Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар 2020, 12:16

Хыялдарыбыҙ уртаҡ беҙҙең хәҙер

Борай районында йөҙ урынлыҡ заманса кинозал асылды

“Кешеләр киноға бер үк хыялды бүлешергә килә”, — тигән билдәле итальян кинорежиссеры Бернардо Бертолуччи. Һуңғы йылдарҙа борайҙарҙың ундай “хыял бүлешер” урындары булманы. Кемдәрҙер — Өфөгә, кемдәрҙер күрше Бөрө, Яңауыл ҡалаларына ҙур экрандан яҡшы кино ҡарарға йөрөнө. Ысынлап та, районда кинозал асылыуын меңләгән кеше көттө.
Ниһайәт, Йәштәр үҙәгендә 100 урынлыҡ заманса кинозал асылды. Әйткәндәй, Йәштәр үҙәге булып торған бина 1990 йылда кинотеатр итеп махсус төҙөлгән була. Ул ваҡытта кинотеатр “Победа” исемен йөрөтә, уның 300 һәм 200 урынлыҡ ике кино күрһәтеү һәм бейеү залдары була. Әммә замана елдәре аямай, кинотеатр ябыла.
2015 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһында торлаҡ пункттарҙа кинозалдар булдырыу Бөтә Рәсәй программаһы старт алғайны. 20 миллиондан артыҡ кеше һанлы кино күрһәтеү хеҙмәтенән ҡуллана алған. Ә 2019-2024 йылдарға төҙөлгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, йәнә 1200 кинозал булдырыласаҡ. Борай кинозалы ла шул маҡсатлы программалар сиктәрендә булдырылды. Хәҙер борайҙар “Кино фонды” финанс ярҙамы менән заманса 2D һәм 3D форматтарында ҙур экрандан кино ҡараясаҡ.
Совет осоронда районда 76 кино ҡуйыу аппараты булған. 1980-1990 йылдарҙа район киноселтәре республикала даими рәүештә призлы урындар яулаған.
Кинозалды асыу тантанаһында элекке кинотеатрҙың 16 йыл буйына директоры булып эшләгән, Рәсәй Федерацияһының почетлы кинематографисы, СССР Журналистар союзы ағзаһы Фидаил Нурыев ошо мәғлүмәттәргә ҡыҫҡаса туҡталып китте. Фидаил Сафа улы шулай уҡ кинозалға исем бирергә кәрәклеген әйтте һәм шәхсән үҙенең уны “Нур” тип атарға теләгәнен белдерҙе.
— Кино — ул сәнғәт. Сәнғәт халыҡты яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, камиллыҡҡа саҡыра, тимәк, нур, яҡтылыҡ өләшә, — тине ул.
— 2020 йыл районда ваҡиғаларға бай буласаҡ. Иң ҙурҙары — райондың 90 йыллығы һәм Бөтә донъя фольклориадаһында ҡунаҡтар ҡабул итеү. Ҡунаҡтарға район үҙәген күрһәткән саҡта беҙ ғорурлыҡ менән нәҡ бына ошонда заманса һанлы кинозал барлығын әйтәсәкбеҙ, — тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов. — Был кинозалдың буш тормаясағына ышанам. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бирегә ихлас йөрөр. Ғаиләләр өсөн бергәләшеп ял сәғәттәре ойошторорға ла бик уңайлы ер.
Кинематография донъяһында яңы киноны күрһәтә башлар алдынан тәрилкә ватыу йолаһы бар. Борайҙар ҙа бынан ситтә ҡалманы. Рөстәм Әхмәт улы кинозалға оҙон ғүмер һәм уңышлы эш теләп иҙәнгә тәрилкә бәрҙе. Тантанаға килгән халыҡтың дәррәү алҡыштары аҫтында элекке кинотеатр директоры Фидаил Нурыев һәм Рөстәм Исхаҡов ҡыҙыл таҫманы киҫте. Залда беренсе сеанс башланды.
Венера Арысланова.
Борай районы.
Читайте нас: