Әлбиттә, беҙгә фильмды ҡарауы рәхәт булһа ла, уны төшөргән ваҡытта төрлө хәлдәргә тарый Арыҫлан. Мәҫәлән, һалҡын һыулы Инйәргә сумыу кеүек эпизодтар ҙур сыҙамлыҡ талап иткән. Унан милиция бүлмәһендә башын рәшәткә араһына ҡыҫтырғас, Маратты уйнаған Йософ уны ҡапыл тартып, ҡолағын ауырттырған.
"Мин түҙә алмай ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙем, - ти малай. - Ә режиссер ағай ауыртыныуҙан илауымды белмәй бит, “текст! текст!” тип ҡысҡыра..."