Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2019, 17:00

“Урал батыр” менән тамамланылар

“Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры тамашасыһын әленән-әле яңы премьералары менән ҡыуандырып тора. Үҙешмәкәр артистарҙың ҙур сәхнәгә сығарған һуңғы эштәре – “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған спектакль кескәйҙәр аудиторияһына тәғәйенләнгән. Был юлы ҡала мәҙәниәт һарайы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, лицей-интернат, 21-се, Үткәл мәктәптәренең башланғыс кластар уҡыусылары ҡарамағында булды.

Йәнбирҙе һәм Йәнбикә улдары менән ожмахҡа тиң ерҙә йәнлек аулап ғүмер итә. Оло улдары Шүлгән атай һүҙен тыңламай, ҡустыһы Уралдың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай, турһыҡтағы ҡандан ауыҙ итә. Йәнбирҙе ҡарт асыулана һәм уландарына бөтә тереклеккә үлем килтергән Әжәл, ә уны еңеү, үлемһеҙ булыу өсөн бер генә әмәл – Йәншишмә барлығы тураһында һөйләп бирә. Урал менән Шүлгән уны эҙләп юлға сыға...

Туғандарҙың мажаралы сәйә­хәтен, мөхәббәт өсөн ҡылысҡа ҡылыс ки- леүҙәрен, Уралдың дейеү-пәрей менән алышыуын малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡыҙығып күҙәтте, сәхнәнән әйтелгән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңланы, Урал батырҙы ҡул сабып, дәртлән­дереп ултырҙы. Һис шикһеҙ бөйөк, әммә ябай булмаған әҫәрҙе балаларҙың яҡын ҡабул итеүе үҙешмәкәр артистарҙың оҫта уйнауы һәм, әлбиттә, театрҙың режиссеры Гөлнара Ғилманованың уңышлы алым­дарҙы табып, урынлы ҡулланыуы менән аңлатылалыр. Спектакл­дең Сәсәниә образы менән байытылыуы, йыр-бейеүҙәр менән аралашып барыуы эпостың йөкмәткеһен балаларға аңла­йышлы итеп еткереүгә, шул уҡ ваҡытта уны матур, сағыу тамаша кимәленә күтәреүгә булышлыҡ итте.

– Театр йылын “Ҡоҙаса” коме­дия­һы менән асып ебәргәс, ба­лаларыбыҙ өсөн тәрбиәүи лә, мауыҡтырғыс та әҫәрҙе сәхнә­ләштереү уйы тыуҙы. Бер әкиәткә тотондоҡ, күңелгә ятманы. Эҙләгәнемде “Урал батыр” эпосында таптым, ҡат-ҡат уҡып сыҡтым, өйрәндем. Сценарийҙы яҙғанда иң элек балаларҙы халҡы­быҙҙың милли мираҫы менән таныштырыу, уларға “Күккә лә осор – яҡшылыҡ, Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ, Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ” тигән һүҙ­ҙәрҙең мәғәнәһен еткереү теләге менән яндым. Уртаҡ көс менән ниәтебеҙгә өлгәштек тип уйлайым, – тине премьеранан һуң Гөлнара Насретдин ҡыҙы.

Төп ролдәрҙе башҡарыу­сыларға килгәндә, Фәриха Вә­лиуллина (Сәсәниә), Азат Баҡыев (Урал), Денис Сәмсетдинов (Йәнбирҙе) кеүек сәхнә оҫталары менән бергә өмөтлө йәштәр Резеда Ғәликәева (Йәнбикә), Фейсал Мөхәмәтйәнов (Шүлгән) балаларҙың иғтибарын көсөргә­нештә тотоуға, ҡырҡ биш минутлыҡ спектаклдең бер тынала уйналыуына өлгәште. Ә хореограф Розалиә Шәғәлина, спектаклде педагогия колледжы, башҡорт гимназияһы ҡыҙҙары башҡарыуында колоритлы бейеүҙәр менән байытыуҙан тыш, сәхнәгә нәзәкәтле Һомай образында баҫты. Урал менән Шүл­гәндең бала сағын гимназия уҡыусылары Данияр Ғәниев менән Тимерхан Эниев уйнаны. Спектаклдәге һәр күренеш музыкаль һәм хореографик яҡтан уйланылыуы менән дә отошло булды, ә Луиза Мөхөтдинованың моңло йыры тамашасының финалын көсәйтеп, тулыландырып ебәрҙе.

“Ирәмәл”дәр “Урал батыр” спектакле менән Театр йылын йомғаҡлап ҡуйҙы.
Йыл тамамлана, ә киләһе репертуар төрлө йүнәлештәге ижади пландар менән күҙаллана ла инде. Ниндәй эштәр, асыштар менән ҡыуандырыр халыҡ театры тамашасыһын – әлегә сер. Бер нәмәне генә ышаныс менән әйтә алам – күңелһеҙ булмаясаҡ.

Белорет районы.
Автор: Резида ҒӘҘЕЛШИНА
Читайте нас: