Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Декабрь 2019, 12:45

«Театрыбыҙҙың сағыу йондоҙо»

Фәридә Ямалетдинова йәш һәүәҫкәр артистар өсөн өлгө булып тора

Район Мәҙәниәт йортонда спектакль бара. Тамашасы күҙ йәштәрен һөртә-һөртә сәхнәгә төбәлгән. Балаһын юғалтҡан ҡайғынан нимә эшләргә белмәгән Тәңкәбикәнең (М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәре) үрһәләнеүен күреү ауыр. Тамашасылар араһынан бары тик бер нисә кеше генә ролде шул тиклем теүәл итеп уйнаған Фәридә Ямалетдинованың үҙ ҡайғыһынан, үҙ кисерештәренән нисек түҙеп баҫып тора алғанын аңлайҙыр. Хәйер, баштан башлайыҡ әле.
Фәридә Ямалетдинова спектаклдә уйнай икән, тимәк, тамаша бик яҡшы, юғары дәрәжәлә буласаҡ. Уның образдарҙы оҫта тыуҙырыуы, партнерҙары менән теүәл бәйләнеш булдыра алыуы профессиональ артистарҙан һис кенә лә айырылмай.
— Йәштәргә роль биргәс, улар: “Эй, ятлайым инде мин уны”, — ти. Был дөрөҫ түгел. Эш бит ятлауҙа ғына түгел, — ти Фәридә апай спектаклдәрҙәге ролдәре тураһында һөйләшкәндә. — Мин режиссерҙан ролде алғас та иң беренсе әҫәрҙе уҡып сығам. Бер, ике, ҡайһы саҡта өс тапҡыр ҙа уҡыйым әле. Миңә үҙемдең образымды ғына түгел, башҡаларҙыҡын да аңларға кәрәк. Уларҙың да асылына төшөнмәһәң, диалог булмай ул. Унан үҙеңдең образыңды дөрөҫ итеп асыр өсөн йәнәшәңдәгеләрҙең дә холҡон аңларға кәрәк.
Фәридә апайҙың ошо һүҙҙәре уның ролдәрен башҡарыуға ни тиклем етди тотонғанын иҫбатлай. Шуға ла ул тыуҙырған образдар иҫтә ҡалырлыҡ була. Ә образдары байтаҡ уның: Нәзирә (Т. Миңнуллин “Уйланыр саҡ”), Һандуғас (С. Мифтахов “Зимагурҙар”), Дәринә (И. Юзеев “Ҡыр ҡаҙҙары артынан”), Зөһрә (Н. Асанбаев “Рәйсә”), Гөлсирә (Ш. Хөсәйенов “Әсәйемдең аҡ күлдәге”), Миләүшә (Н. Асанбаев “Миләш-Миләүшә”), Люция (Р. Зәйнулла “Пачпортлы Шүрәле”) һәм башҡалар. Һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел. 1977 йылдан башлап спектаклдәрҙә уйнай бит ул Борай халыҡ театрында. М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”ендә Ғәлимә ролен башҡарған сағында Фәридә апайҙың: “Киләләр. Ана, хәҙрәт бабайҙар килә!” — тигән һүҙенән һуң тамашасылар уның ҡарашы төбәлгән яҡҡа боролоп ҡарай. Тимәк, йөҙләгән кеше бер юлы уның һүҙҙәренә ысын күңеленән ышанып ҡарап ултыра түгелме?!
Фәридә Ямалетдинова Шишмә-Борай ауылы ҡыҙы. Биш ҡыҙ тәрбиәләнгән ғаиләлә төпсөгө булып тыуған ул. Бишектә ятҡан сағынан уҡ кистәрен атаһы Ғабдулланың үтә лә моңло итеп йырлауын, әсәһе Йәмиләнең вятский гармунында өҙҙөрөп уйнауын ишетеп үҫкән.
— Тәпәй баҫып телем асылғас та тиерлек атай-әсәйемә эйәреп йырлай инем инде. Мәктәптә уҡый башлағас та ауылда үткән концерттарҙа ҡатнаша башланым, — ти Фәридә апай. (Эйе, бик матур итеп йырлай ҙа әле ул. Районда уҙғарылған бер генә сара ла уның сығышынан башҡа үтмәй).
Яңы Таҙлар урта мәктәбен тамамлаған Фәридәне сығарылыш кисәһенең икенсе көнөндә уҡ район Мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Шунан башлана инде уның театр, концерттар, агитбригадалар тормошо. Әммә көҙгөлөккә ул барыбер Бөрө ҡалаһына бухгалтер белгеслегенә уҡырға юллана. Училищены уңышлы тамамлап Борайға ҡайтыуына уны йәнә Мәҙәниәт йортона эшкә саҡырып киләләр. Талантлы ҡыҙ тағы мәҙәни мөхиткә башы-аяғы менән сума. Тормош иптәше Ринатын да шунда осрата. Мәҙәниәт йортонда электрик булып эшләй ул. Матур итеп ғаилә ҡоралар, Рушан һәм Таңсулпанға ғүмер бүләк итәләр. Фәридә апай район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә урынлашып, һатыусы булып эш башлай. Әммә кистәрен, эштән ни тиклем арып ҡайтһа ла, спектаклдәргә әҙерләнергә, концерттарҙа сығыш яһарға репетицияларға йөрөй, матур-матур образдар тыуҙырыуын дауам итә. Ситтән тороп мәҙәни-ағартыу техникумында уҡып, ҡыҙыл дипломлы театр коллективтарын ойоштороу педагогы белгесе була.
— Яҡшы уҡыным. Уҡыуы еңел булды. Спектаклдәрҙә уйнай-уйнай һөнәремдең асылына төшөнөп бөткәйнем инде, — ти ул хәтер йомғағын һүтеп.
Спектаклдәрҙәге декорациялар алмашынып торған кеүек ғүмер юлы ла әкренләп уҙа бара. Балаларын үҫтереп, уҡытып, башлы-күҙле иткәс кенә Ринаты вафат була. Фәридә апай инде ете йыл унһыҙ ғына ғүмер итә. Улы Рушаны ла ҡатыны менән улын ҡалдырып Мәскәүгә эшкә юллана һәм шул китеүенән инде 12 йыл ҡайҙа икәнлеге лә билдәһеҙ. Тәңкәбикә яҙмышы түгелме?... Ундағы көс, сабырлыҡҡа таң ҡалырлыҡ. Йөрәге шартлар дәрәжәгә етеп балаһын көткән әсә яҙмышы менән ауаздаш ролде энәһенән төйөнөнә тиклем оҫта итеп башҡара ул. Афарин, Фәридә апай! Алҡыштар бары һиңә генә!
— Пьесаларҙы коллективҡа тәҡдим иткәнсе үк режиссер образдарҙы кем атҡарып сығыуын алғы планға ҡуя. “Ай тотолған төндә” пьесаһы өҫтөндә эшләүебеҙ Фәридә Тәңкәбикә образын асыуҙы үҙ өҫтөнә алмаһа, башланмаҫ та ине. Был образды ҙур сәхнә оҫтаһы башҡара. Фәридә Ғабдулла ҡыҙын бөйөк сәхнә оҫталары рәтенә ҡуям мин. Ул — беҙҙең театрыбыҙҙың йондоҙо. Әле генә сәхнәгә баҫып килеүсе һәүәҫкәр артистар өсөн өлгө ул, — ти Борай халыҡ театры режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйеф Мансуров.
Ябай тамашасы булараҡ, мин уның һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм.

Венера Арысланова.
Читайте нас: