“Тамаша-2019” республика фестивале Гран-прийына Балтас район Мәҙәниәт һарайының “Балҡыш” халыҡ театр коллективы лайыҡ булды. Улар режиссер Редик Ғәниев етәкселегендә Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” пьесаһын сәхнәләштерҙе.
Сәхнәләштерҙе тигән һүҙ был осраҡта тура ла килмәй кеүек, сөнки спектаклдәге ваҡиғалар тамаша залында һүрәтләнде. Әҫәрҙә генералдың эске драмаһы асыла. Артта — Ясная Поляна. Бер аҙым да артҡа сигенергә ярамай. Дошмандың көслө техникаһына аттар, ҡылыс ярҙамында ҡаршы тороп булмағанын аңлай генерал. Дивизияға Башҡортостандың иң яҡшы егеттәре тупланған. Уларҙы һаҡлай алмаясағын белеп әрней Шайморатов. Өҫтәүенә, һөжүмгә ташланып, күрәләтә үлемгә дусар һуғышсылар араһында уның улы ла бар... “Башҡорттар дошманға бер ҡасан да һуғышһыҙ бирелмәгән. Үҙебеҙ үлһәк тә, даныбыҙ ҡайтһын тыуған еребеҙгә!” — ти уның улы Морат, барыһын да тәрән аңлап. Спектаклдә символика бик урынлы ҡулланыла: бер нимәгә лә ҡарамай еңеү яулауҙы алға ҡуйған дәүләт машинаһы — сылбыр тағылған түңәрәк тимер ер шары, һуғыш-иттартҡыс һәм башҡалар... Ата һәм ул, генерал һәм Йәмилә, Морат һәм Әлфиә араһындағы кисерештәр, мөнәсәбәттәр Бөйөк Ватан һуғышы фажиғәһен бөтөн тәрәнлеге менән аңларға, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы биографияһына бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. “Балҡыш” халыҡ театры коллективының тәжрибәле актерҙары образдарҙы бөтә күңелен һалып асты. Айдар Сираев — генерал, Дамир Хәйртдинов — политрук, Гөлназ Шәрифуллина — Йәмилә, Шаһит Фәрхуллин — Шакир, Гөлназ Мулланурова — Әлфиә, Илмир Фаридонов Морат ролдәрен оҫта башҡарып, шулай уҡ эпизодтарҙа уйнаусы Гүзәл Әхмәтйәнова, Әлфинә Нурҡаева, Илмира Туҡтамышева тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде.
Әлбиттә, “Шайморатов генерал” спектакле профессиональ режиссер сәхнәгә ҡуйғанлыҡтан, биҙәлеш, проблеманы тамашасыға тәҡдим итеү, тасуирлау яғынан бөтөнләй башҡа һәм һәүәҫкәр театрҙарҙың спектаклдәренән күпкә айырыла. Уға фестивалдең төп бүләген биреү тәбиғи, әммә традицион спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйған режиссерҙарҙың эшен һис кенә лә кәмһетеү түгел. Конкурсҡа сығарыла торған спектакль, бәлки, шундай үҙенсәлекле булырға тейештер ҙә. Ләкин үҙешсән театр коллективтарын һаҡлау һәм үҫтереү, нимә генә тиһәк тә, бөгөнгө көндә ябай ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәренең бөтөн көсөн һалып төрлө һөнәр эйәләре менән эшләүенән тора. Традицион спектаклдәр менән фестивалдә ҡатнашыусылар араһында Мишкә районының “У илыш” мари халыҡ театры — I, Саҡмағош районының “Замандаштар” татар халыҡ театры — II, Дыуан районының “Осҡон” татар халыҡ театры III урындарға лайыҡ булды. Балтас районы хакимиәте башлығының махсус призы Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Илһам” театр коллективына бирелде. Һәүәҫкәрҙәр Фәнилә Ғиләжева етәкселегендә “Күгәрсенкәйҙәрем” пьесаһын сәхнәләштерҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы, был көндәрҙә иртәнән төнгә тиклем район Мәҙәниәт һарайы гөрләп торҙо, ҡатнашыусылар ижади күтәренкелек менән сығыш яһаны. Фестиваль 2017 йылда беренсе тапҡыр Балтас ерендә республика фестивале статусы менән үтте. “Тамаша”ның уға тиклем 10 йыллыҡ матур тарихы бар. Был исем аҫтында район театр коллективтары фестивале әле булһа һаҡланып килә. Ағымдағы йылда ғына район тамашасыһы иғтибарына 30-ҙан артыҡ спектакль сығарылды. Һуңғы ике йылда “Тамаша” республика фестивале данлы яҡташыбыҙ Фәрдүнә Ҡасимова призына үткәрелә. Быйыл Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР халыҡ артисы М.И. Царев исемендәге премия лауреаты, профессор, Балтас районының почетлы гражданы Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова етәкселегендәге жюри төркөмөндә Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса әйҙәүсе белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмурзина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Б. Йосопова исемендәге премия лауреаты Рәмилә Сәлимгәрәева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрлеге берлеге ағзаһы Альмира Ҡыуатова, кинодраматург, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Айдар Аҡманов эшләне.
Фестивалдең һуңғы көнө халыҡ театрҙары режиссерҙары өсөн семинар һәм “Тамаша”ны ябыу тантанаһының Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының 85 йәшлек юбилейына бағышланыуы менән иҫтә ҡалды.
Республика фестивале өс йыл рәттән ойошторолоп, билдәлелек яуланы. Уның артабанғыһы ике йылдан һуң буласаҡ. Театр һөйөүселәрҙән, режиссерҙарҙан яңы асыштар, үҙенсәлекле спектаклдәр көтөп ҡала “Тамаша”.