Район Мәҙәниәт йорто директоры Гөлнара Шәймөхәмәтова әйтеүенсә, сарала 11 райондан килгән һәүәҫкәр театр коллективтары ҡатнаша. Сығыштарҙы билдәле профессор, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Фәрдунә Ҡасимова етәкселегендә театр тәнҡитселәре, билдәле режиссер, педагогтарҙан торған жюри ағзалары баһалай.
Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы Хакимиәте.