Байрамды Сәлимә Әбүбәкерова етәкселегендәге ағинәйҙәр ойошмаһы ауыл китапханаһы һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойоштора. Сара шиғри күңелле ағинәй Зөһрә апай Ғәйнуллина байрамға атап яҙған таҡмаҡтар менән башланып китте. Йырлы сәләмдән һуң Зөһрә апай тамашасыларҙы үҙе бешергән йыуаса менән һыйланы. Ауыл китапханасыһы Маргарита Әүхәҙиева йөкмәткеле сценарий төҙөп, йыр-моң һәм нәфис һүҙ менән үрелеп барған байрамды матур итеп алып барҙы. Музыкаль яҡтан сараны Рәзиф ағай Сафиуллин биҙәне.
Урмияҙҙың уңған хужабикәләре араһында ойошторолған бәлеш бешереүселәр конкурсы сараға йән өрҙө. Ойштороусылар билдәләүенсә, байрамдың тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур. Берҙән, йәш быуында милли ризыҡтарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, икенсенән быуындар күсәгилешлеге нығына.Сөнки байрамға төрлө быуын кешеләре йәлеп ителгәйне.
Фәһемле сара уңған хужабикәләр әҙерләгән байрам өҫтәле артында конкурсҡа тәҡдим ителгән бәлештәрҙе тәмләп, күңелле сәй эсеү менән тамамланды.