Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2019, 13:00

Музыка һәм бейеү донъяһына сәйәхәт

Бөрө Балалар сәнғәт мәктәбенә — 70 йыл

Бөрөнөң М.Бәширов исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ваҡиға уңайынан һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылы менән бәйле “Сәнғәт төнө — 2019” акцияһы сиктәрендә ҡала Мәҙәниәт йортонда ҙур сара үтте.
Байрам концертына тиклем Мәҙәниәт йортоноң иркен фойеһында ҡунаҡтар мәктәп тарихы менән танышты, балаларҙың күргәҙмәгә ҡуйған ҡул эштәренә һәм картиналарына тамаша ҡылды. Сығарылыш уҡыусылары күптән күрмәгән уҡытыусылары, дуҫтары менән осрашты. Ә ситтәрәк балалар тиҙҙән яһаясаҡ сығыштарын нығыта. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәҙәниәт усағы байрам һулышын алды.
Бына юбилей ҡунаҡтары – гөлләмәләр тотҡан ата-әсәләр, сығарылыш уҡыусылары һәм ветерандар – тамаша залынан урын алды. Йәш таланттар һәм уларҙың уҡытыусылары бер ни тиклем ҡаушай биреп, сәхнәгә сығыу сиратын көтә. Уларҙың байтағы республика, төбәк, бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары.
Концертты алып барыусылар тамашасыларҙы мәктәптең асылыу осоро, һәр бер музыкаль кластың башланғысы менән таныштыра. 70 йыллыҡ тарихы булған икенсе белем усағы ҡалала йәш быуынға музыкаль һәм эстетик тәрбиә биреү үҙәге булып тора. Өсөнсө быуын педагогтар ошо миссияны еренә еткереп үтәй. Концертҡа саҡырылған ветерандарға йылы һүҙҙәр, хөрмәт был хәҡиҡәтте тағы ла нығыраҡ раҫлай. Айырым тәбрикләнеүселәр исемлегендә СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ранет Хаҡҡый улы Ғимаев, байтаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарған, яңы иркен бинаның төҙөлөүенә ҙур өлөш индергән Ирина Юрьевна Карачун исемдәре лә бар. Мәктәптең хәҙерге директоры Азамат Рәдис улы Искәндәров белем усағының роле, йәш быуынды тәрбиәләүҙә күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ветерандарға рәхмәт әйтте.
Беренсе мәктәп иҫке генә бинала урынлаша. Фортепиано һәм халыҡ инструменттары кластарынан торған ике бүлмәлә барлығы 18-20 уҡыусы шөғөлләнә. Мәктәптең тарихы уға нигеҙ һалыусы музыкант, композитор Мәсғүт Зәйнетдин улы Бәширов исеме менән башланып китә. Күренекле композитор менән бергә уның дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре Людмила Михайловна Горбунова (фортепиано класы), Владимир Германович Кузнецов (баян класы), Ирина Семеновна Оксендлер (теоретик дисциплиналар) эшләй. Мәктәп тарихында халыҡ инструменттары оркестрын ойоштороусы Василий Кондратьевич Лях исеме лә алтын хәрефтәр менән яҙылырлыҡ.
Етмеш йыл дәүерендә сәнғәт мәктәбендә ике меңдән ашыу уҡыусы шөғөлләнгән. Музыка күптәре өсөн алыштырғыһыҙ профессия булып киткән.
2014 йылда М.З. Бәширов исемен йөрөткән Бөрө ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе заман талаптарына яуап бирерлек өр-яңы бинаға күсте. Унда балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, матурлыҡты тоя һәм күрә белергә өйрәтеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. 73 урынлыҡ зал, бейеү залы, индивидуаль һәм төркөм менән шөғөлләнеү өсөн уҡыу кабинеттары, һүрәт төшөрөү һәм әүәләү өсөн уҡыу кәрәк-яраҡтары, интерактив таҡталар, бай китапхана, фонотека мәктәптең матди базаһының ныҡлығын билдәләй. Шундай уңайлы шарттарҙа фортепиано, аккордеон, баян, думбыра, балалайка, тынлы инструменттар, хореография бүлектәрендә бөгөн 500-ҙән ашыу бала белем ала.
Хәҙерге педагогик коллективтың өстән ике өлөшө тап ошо мәктәптең сығарылыш уҡыусылары. Улар – Светлана Вячеславовна Бессмертнова, Надежда Павловна Чернышенко, Ирина Александровна Дәүләтханова, Надежда Владимировна Лысова, Елена Викторовна Вьюгова, Наталья Владимировна Антропова, Ринат Фәнәүи улы Ханов, Роза Йәмил ҡыҙы Дидаш, Оксана Анатольевна Токарева, Наталья Владимировна Сахарова, Жанна Альбертовна Бурлуцкая, Ольга Феликсовна Яушева, Ольга Витальевна Анисимова, Лимма Вазировна Погадаева, Любовь Александровна Макова, Екатерина Борисовна Туева, Айгөл Артур ҡыҙы Солтанова. Район хакимиәте вәкиле алдынғы педагогтарға Почет грамоталары тапшырҙы. Мәктәп Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарындағы музыка мәктәптәренең уҡыу-уҡытыу үҙәге булып тора.
Һәләтеңде ваҡытында асыу мөмкинлеге — ысын бәхет икән ул. Кескәй генә Рамина Шакированың скрипкала уйнауы, Н.В. Лысова етәкселегендәге баянсы һәм аккордеонсылар оркестры сығышы, хормейстер Ольга Витальевна Анисимова дирижерлығындағы хор коллективы йырҙары, шулай уҡ ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың яңғыҙ йәки коллектив менән фортепианола, баянда, гитарала һәм башҡа музыка ҡоралдарында оҫта уйнауҙары хайран итте. 1972 йылда асылған скрипка класы ансамбле бөгөн Е. Медведовскийҙың “Гамма-джаз” номерын тәҡдим итте. Хореография бүлеге етәксеһе Эльвира Хайфуллина етәкселегендәге «Мозайка» бейеү коллективы башҡарыуындағы татар халыҡ һәм заманса бейеүҙәр тамашасыларҙы тағы ла дәртләндерә төштө. Ғөмүмән, сәнғәт балаларҙы түҙемлеккә, эшһөйәрлеккә һәм тәртипкә, сәхнә тотанаҡлығына өйрәткән. Тамашасылар ғорурлыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән таралышты был кисәнән.
Автор: Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Читайте нас: