Ул Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторолған. Был күсмә күргәҙмә-фестиваль республикабыҙҙың Салауат, Бөрө, Ауырғазы, Мишкә райондарында үтә һәм йомғаҡлау сараһы Өфө ҡалаһында уҙғарыласаҡ. Проектың етәксеһе – Венера Белова. Уның әйтеүенсә, проект халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә, үҫтереүгә, халыҡ оҫталарын танытыуға, үҫеп килеүсе быуынды ошо күркәм тармаҡҡа ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән.
Фестивалдә ҡатнашыусы Бөрө ҡалаһынан Вера Козлова ағас таҡталар, самауырҙарға һүрәт төшөрөү менән 40 йылдан ашыу шөғөлләнә. Күптән хаҡлы ялда булған ҡатындың был шөғөлө йәшәү рәүешенә әйләнгән. Шулай уҡ Бөрөнән Ольга Пайдиева ҡурсаҡ-бетеү эшләү менән мәшғүл. Балаларға ул ҡурсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Райондаштары Людмила Черникова һәм Светлана Лещина өсөн һалабаштан кәрзин, төрлө һауыт-һаба, эшләпә үреү күптән инде аҡса табыу кәсебенә әүерелгән. Десяткино ауылынан килгән Ольга Макеева балсыҡтан төрлө һауыт-һаба, һындар эшләй. 22 йыл балсыҡ эше менән шөғөлләнә, балсыҡты бер ҡасан да магазиндан һатып алмай икән. Осиновка ауылы эргәһендә тәбиғи яҡшы балсыҡты ҡуллана оҫта.
Өфө ҡалаһынан килгән Елена Искакова, Сергей Казаков, Надежда Егорова, Ирина Матюшина балаҫ һуғыу, ҡурсаҡ эшләү, ағас семәрләү буйынса уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Райондаштарыбыҙ ҙа саранан ситтә ҡалманы. Бар республикаға танылыу алған ҡул оҫталары, ағалы-ҡустылы Рим һәм Дим Ғәлимовтар үҙҙәренең ижад эштәрен күргәҙмәгә сығарған. Ә бына Эльвира Ғәлимова кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнә. Ул Ирсай ауылы мәктәбендә хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Төрлө бейәләйҙәр, камзулдар, түшәктәр, хатта картиналар ижад итә ул кейеҙҙән. Сания Бикмөхәмәтова Ф. Бүләков исемендәге Мишкә 1-се лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы. Төп һөнәренән тыш ул бәйләм, сигеү, ҡурсаҡтар эшләү, төрлө модулле оригами менән шөғөлләнә.
Бөрө райынының Бахтыбай ауылынан килгән Михаил Ҡотлосатов тураһында айырым әйтеп үтке килә. Ул Мари Иле республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, рәссам. Һөнәре буйынса — уҡытыусы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул мари халҡының милли музыка ҡоралдарын эшләү менән ҡыҙыҡһына башлай. Оҫта эшләгән волынка, мари барабаны һәм башҡа инструменттар халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған. Шулай уҡ Михаил Ҡотлосатов башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайҙы ла эшләргә өйрәнгән. Сарала ҡатнашыусыларға ул мари барабанын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.