Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
12 Ноября 2019, 11:45

Халыҡ-ара конкурста 1-се урын яуланылар

Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, әленән-әле призлы урындар ала.

Ошо көндәрҙә Оксана Фионова етәкләгән хореография бүлеге тәрбиәләнеүселәре “Солнечный свет” халыҡ-ара мәғариф порталында ойошторолған “Хореография” халыҡ-ара конкурсында ситтән тороп ҡатнашып, 1-се урын яуланы. Оксана Владимировна бәйгегә ҡыҙҙарҙың гимнастик туптар менән бейегән бейеүен ебәрә. Ә һәләтле педагог үҙе ҡатнашыусыларҙы юғары кимәлдә әҙерләгәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ҡыҙҙар үҙҙәренең еңеүенә бик шатлана һәм тағы ла дәртләнеберәк шөғөлләнә.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас