Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар сығышын ҡарағандан һуң, барыһы ла “Музыкаль ҡунаҡхана”ға йыйылды. Балаларға теоретик музыкаль белем биреүсе Лилиә Зарипова ҡатнашыусыларҙы музыка уйын ҡоралдары менән таныштырып, фәһемле мәғлүмәт еткерҙе. Фортепианола уйнарға өйрәтеүсе Зирина Солтангәрева менән Илһөйәр Миңләхмәтова ла музыкаль күстәнәс әҙерләгән. Улар “Бразильский карнавал”ды ҙур оҫталыҡ менән уйнап ишеттерҙе. Баян серҙәренә төшөндөрөүсе Эльза Мөхәмәтханованың тәрбиәләнеүсеһе Розалина Чураева белгән-өйрәнгәнен күрһәтте.
Йыр-моңға ғашиҡ Аширкаевтар был юлы ла таланттары менән һоҡландырҙы. Улар “Сәнғәт төнө”нә килеүселәрҙе донъя халыҡтары музыка ҡоралдары менән таныштырҙы. Олоһона ла, кесеһенә лә музыкаль инструменттарҙа уйнап ҡарау ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булды.