Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Ноябрь 2019, 15:57

Мөғжизәле сәнғәт илендә

Балалар сәнғәт мәктәбендә асҡындар өсөн концерт номерҙары, ҡыҙыҡлы сығыштар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны.

Сәнғәт берләштерә. Ошондай саҡырыу аҫтында бөтә ил буйынса “Сәнғәт төнө” мәҙәни-белем биреү акцияһы үтте. Асҡында ул Балалар сәнғәт мәктәбендә ойошторолдо. Сара Республиканың, Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына бағышланды.

Матурлыҡ, оҫталыҡ, таланттар балҡышына әүерелгән байрамда район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин һәм сәнғәткә, матурлыҡҡа битараф булмаған ғаиләләр, йәштәр, уҡыусылар ҡатнашты.

Сәнғәттең ысынлап та халыҡты берләштерә, туплай алыу көсөнә инандыҡ был кистә. Сарала ҡатнашкан төрлө йәштәге, төрлө ҡарашлы кешеләр үҙенсәлекле, йөкмәткеле кисәлә үҙҙәренә оҡшаған йүнәлеште һайлай алды, күңеленә ятҡан шөғөлдө асыҡланы, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт ала алды. Күптәрҙең ғаиләләре, балалары менән килеүе бигерәк тә ҡыуандырҙы.

Асҡындар өсөн концерт номерҙары, ҡыҙыҡлы сығыштар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгәйне. Ҡатнашыусылар уҡытыусылар һәм сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балаларҙың эштәренә һоҡланды, музыка уйын ҡоралдары менән танышты, теләгәндәр теге йәки был инструментта уйнап та ҡараны, фотоға төштө, районыбыҙ оҫталары менән аралашты.
.
Читайте нас: