Районыбыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә ҡул эше оҫталары булараҡ танылыу яулаған Фәриҙә апай менән Ғәйнетдин ағай Хөснөтдиновтар әҙерләгән күргәҙмә янынан да кеше өҙөлмәне. Кейеҙ баҫыу һәм йөндән ҡоролай баҫыу ысулы менән күҙ яуын алырлыҡ картиналар эшләүсе Фәридә апай яратҡан шөғөлө тураһында һөйләп, ҡыҙыҡһыныусыларға кәңәштәрен бирҙе, эшләү алымдарын күрһәтте. Ағас эше оҫтаһы Ғәйнетдин ағай ҙа ағас эшкәртеү, уны биҙәкләп киҫеү серҙәре менән уртаҡлашты. Ғәйнетдин ағай теләге булғандарға ағасты һырлап киҫеү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Мәҫәлән, Азамат Имаев танылған оҫта етәкселегендә тәҙрә йөҙлөгөн һырлап киҫеп ҡараны. Был шөғөл Азаматҡа бик оҡшаны.