Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2019, 00:22

Төньяҡ баш ҡалабыҙҙа башҡорттарҙы туплап...

Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре ҙур концерт менән тантаналы ябылды.

Санкт-Петербургтың “Рекорд” йәштәр йортонда күркәм сара башҡорт халыҡ йыры “Урал”дан башланды. Уны барыһы ла аяғөҫтө баҫып тыңланы.


Залда Санкт-Петербургтың Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса комитеты бүлеге етәксеһе Сергей Репкин һәм Милләттәр йорто директоры урынбаҫары Дмитрий Федотов та булды. Улар сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне, республиканың йөҙ йыллығы уңайынан ҡотланы.


Билдәле булыуынса, Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәренә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендә делегация килгәйне.


“Беҙҙең милләттәштәребеҙ бөтә донъяға таралған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡсаты – уларҙың барыһын да ҡеүәтләп, ярҙам итеп тороу. Милли костюмдар, туған телебеҙҙе өйрәтеү йәһәтенән методик ҡулланмалар алып киләбеҙ”, – тине үҙ сығышында Эльвира Айытҡолова.


Ул Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәрендә әүҙем ҡатнашҡандарға бүләктәр тапшырҙы. Наградланғандар араһында Санкт-Петербургтағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова ла бар. Ул Баймаҡ районында тыуған, төньяҡ баш ҡалала инде бер нисә йыл йәшәй, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер инде уның ҡыҙҙары ла урындағы ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнаша.


Төньяҡ баш ҡаланың ижади коллективтары – “Ирәндек” фольклор ансамбле, йәштәр һәм балалар бейеү төркөмдәре сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Уларға Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Тәнзилә Үҙәнбаева, Әнүәр Шафиҡов, Айназ Низаметдинов үҙ йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.


“Минең дәрестәрҙә 20-нән ашыу кеше ҡатнашты, өс көн эсендә улар байтаҡ уңышҡа өлгәште. Милләттәштәребеҙгә ярҙамға ун ҡурай, ете ҡумыҙ алып килдек”, – тине музыкант Айназ Низаметдинов.


Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәрендә белем биреү тармағы белгестәре башҡорт телен өйрәнеү проекттары буйынса презентациялар менән сығыш яһаны. Йәш яҡташтар ассоциацияһы рәйесе Байрас Азаматов социаль проектлау буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе.


“Мин үҙемдең эшмәкәрлектәге уңышлы тәжрибә өлгөләре хаҡында һөйләнем. Был йүнәлештә әүҙем шөғөлләнәм. Проекттарың тормошҡа ашһын өсөн гранттарға конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк”, – тине ул.


Концерт залы фойеһында башҡорт костюмдары, биҙәүестәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Аҙаҡ Санкт-Петербург башҡорттары көнүҙәк темаларға фекер алышты.


Төньяҡ баш ҡалала 2700 милләттәшебеҙ йәшәй. Унда башҡорт милли-мәҙәни ойошмалар әүҙем эшләй. Башҡорт мәҙәниәте музейы ойошторолған, йәкшәмбе мәктәбе бар, башҡорт телен өйрәнеү курстары үтә, саралар йыш булып тора.

Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас: