Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Октябрь 2019, 16:35

Өфөлә Башҡорт драма театры артистары опера һәм балет театры сәхнәһенән «ҡыҙ урланы»

8 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур сәхнәһендә М.Ғафури исемендәге драма театры Мостай Кәримдең комедияһы буйынса «Ҡыҙ урлау» спектакленең премьераһын ҡуйҙы. Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышланды.

1958 йылда яҙылған пьеса бына инде ярты быуаттан ашыу театр сәхнәләренән төшмәй. Башҡорт драма театры артистары башҡарыуында ул өсөнсө тапҡыр күрһәтелде. Беренсеһе – 1958 йылда (режиссеры Вәли Ғәлимов), ә икенсеһе 1980 йылда (режиссеры Рифҡәт Исрафилов) ҡуйылды. «Ҡыҙ урлау»ҙың яңы сәхнә вариантына режиссер, Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев тотондо. Уның ҡуйылышында Мостай Кәримдең классик комедияһы яңыса төҫ алды. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров, музыкаль биҙәлешкә – Илшат Яхин, хореографияға Ольга Даукаева яуап бирҙе.
Илсур Ҡаҙаҡбаев һүҙҙәренсә, ижади коллектив алдында авторҙың төп идеяһынан ситкә тайпылмайынса үҙеңдекен уйлап табыу бурысы торҙо.
Комедияның нигеҙендә – классик сюжет: мөхәббәт өсмөйөшө. Сибәр ҡыҙ Йәмилә ике егеттең береһен дә – янғын һүндереүсе Мөхәмәтшаны ла, тракторсы Ҡотләхмәтте лә өҫтөн ҡуймай. Ғашиҡтар ролен актерҙар Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Айнур Ситдиҡов һәм Азат Вәлитов башҡара.
Әжмәғол ҡарт (Олег Ханов) биҙәкләп, яртылаш алдап 40 йыл элек ҡола атында ҡатыны Уңғанбикәне урлауы хаҡында һөйләгәндән һуң, Ҡотләхмәт һабантуй көнөндә һөйгән ҡыҙын урларға хәл итә. Спектаклдең төп интригаһы шунда: Йәмилә урынына бөтөнләй икенсе «ҡыҙҙы» — Уңғанбикә әбейҙе урлайҙар, уны Эльвира Юнысова уйнай. Финал көтөлмәгәнсә тамамлана – Йәмилә урлаусының «батырлығына» ҡаршы тора алмай һәм быға тиклем кемде һайларға белмәгән ҡыҙ Ҡотләхмәткә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирә.
Күптәр «Ҡыҙ урлау»ҙың яңы вариантын ҡыйыу аҙым тип атаны. Йәш геройҙар 60-сы йылдарҙағы сағыу стилягалар образында көслө хис-тойғолар кисерә. Әйткәндәй, спектаклдә 11 пар йәш артист ҡатнашты. Йырҙар театр оркестрына ҡушылып башҡарыла. Спектаклдә элекке ҡуйылыштарҙа уйнаған өлкән быуын артистары: Олег Ханов, Эльвира Юнысова, Алмас Әмиров, Илһөйәр Ғәзетдинова, шулай уҡ Хөрмәтулла Үтәшев, Нурия Ирсаева, Суфия Ҡорбанғәлиева, Гүзәл Маликова, Минзәлә Хәйруллина, Рәмзиә Хисамова ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт академия драма театрының 100-сө миҙгеле 5 сентябрҙә үҙ сәхнәһендә «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән башланды. Республиканың 100 йыллығына коллектив шулай уҡ «Гөлбостан» спектаклен әҙерләй. Мәжит Ғафури исемендәге театр бер быуатлыҡ юбилейын 4 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләй.
Читайте нас: