Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Сентябрь 2019, 19:08

Театральная ночь"Волшебный мир театра кукол!"

Яңы Ҡарала ҡурсаҡ театрын ойошторалар

20 сентябрҙә Яңы Ҡара мәктәбе уҡыусылары “Театрҙар төнө” акцияһына ҡушылды

— Ҡурсаҡ театры төҙөү тураһында күптән уйлап йөрөй инек. Ниһайәт, 20 сентябрҙә клубта китапханасыбыҙ Ләйсән Рәмил ҡыҙы Ғәлимйәнова менән ҡурсаҡ театрын ойошторҙоҡ. Тәүҙә уҡыусыларға ҡурсаҡ театры тарихы тураһында һөйләнек. Артабан уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан йәнһүрәт геройҙары тураһында бәйән итте. Уҡыусыларҙың һәр береһе яратҡан уйынсығын алып килгәйне. Улар менән таныштырып киттеләр. Артабан бергәләп Ләйсән Рәмил ҡыҙы яҙған “Шаян ҡарға” әкиәтен сәхнәләштерҙек . Б айрам балаларға бик оҡшаны. Улар киләһе әкиәт сәхнәләштереүҙе түҙемһеҙләнеп көтә лә башланы, — ти Яңы Ҡара мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Шәйхинурова.
Читайте нас: