Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Сентябрь 2019, 13:39

Башҡортостандың халыҡ артисы Марс Сәфиуллин арабыҙҙан китте

Башҡортостандың халыҡ артисы Марс Сәфиуллин арабыҙҙан китте

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе һәм хореограф Марс Сәфиуллин 68-се йәшендә арабыҙҙан китте.


Марс Ғәлим улы Сәфиуллин 1952 йылда Башҡортостандың Бишбүләк районыҠыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған. Бейеүгә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт техникумына алып килә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Бишбүләк район мәҙәниәт йортонда район балаларын һәм йәштәрен бейергә өйрәтә. 1973 йылда Башҡортостан Республикаһының үҙешмәкәр коллективтары смотрында ҡатнашҡандан һуң уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡыралар.


1991 йылдан — Өфө «Нур» татар театрының бейеү буйынса репетиторы, 1995-1998 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһының балет солисы, 1991-1995 йылдарҙа — Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы. Марс Сәфиуллин — ил һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен, «Бүләк», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Һунарсы» бейеүҙәрендә яңғыҙ бейеүҙәрҙе һәм партияларҙы башҡарыусы. Төрлө йылдарҙа республиканың үҙешмәкәр бейеү коллективтарына етәкселек итә. Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә «Шаяндар» бейеүен һала. СССР һәм донъяның 22 иле буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән исем бирелде.

Читайте нас: