Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Сентябрь 2019, 13:55

Быйыл “Йөрәк һүҙе”ндә кемдәр ҡатнаша?

Кисә “Йөрәк һүҙе-2019” шиғриәт бәйгеһендә майҙан тотасаҡ конкурсанттар билдәләнде. Уларҙы әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә исемдәре танылған шәхестәрҙән торған эксперт комиссияһы һайлап алды.

Кемдәр 9 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһенә финалға сығасаҡ һуң? Бына улар – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Суфия Ҡорбанғәлиева, Римма Ҡаһарманова, Морат Рафиҡов, Гөлмирә Исмәғилева, Фәнис Рәхмәтов, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан Нәғим Нурғәлин, Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡылысов, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрынан Зөлфиә Хәлилова, Салауат дәүләт башҡорт драма театрынан Нәүфилә Яҡупова, Сибай дәүләт башҡорт драма театрынан Юнир Ғәйнуллин, “Нур” Өфө дәүләт татар драма театрынан Гөлназ Мөхәмәҙиева, билдәле режиссер Әлмира Ҡыуатова, шәхси эшмәкәр Земфира Байбулдина, “Юлдаш” радиоканалы алып барыусыһы Фәрүәз Урманшин. Шулай уҡ “Нур” Өфө дәүләт татар драма театрынан Лина Ғәниева, Башҡорт дәүләт филармонияһынан Эльмира Юлдашева ҡатнашыу хоҡуғына дәғүә итә.

Быйылғы “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһе Театр йылына арнала. Еңеүсегә әҙерләнгән төп приз – автомобиль.


Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: