Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Сентябрь 2019, 14:37

«Бабич» фильмы Халыҡ-ара кинофестивалдә Владимир Мотыль исемендәге призға лайыҡ булды

Булат Йосоповтың «Бабич» тарихи фильмы «Һөйөү һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестивалендә Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер һәм сценарист Владимир Мотыль исемендәге призға лайыҡ булды.

«Һөйөү һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестивале Мәскәү өлкәһенең Дзержинский ҡалаһында уҙҙы. Фильм менән «Йәнле таҫма» кинокомпанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәткәре Гөлнара Яруллина таныштырҙы.


«Халыҡҡа Владимир Мотыль исеме «Белое солнце пустыни» мажаралы кинотаҫмаһынан һәм «Звезда пленительного счастья» тарихи фильмынан һуң билдәле булды. Жюри фекеренсә, был – фестивалдең иң юғары наградаһы», — тип хәбәр итте Гөлнара Яруллина.

Ләйлә Аралбаева.

Читайте нас: