Любовь Борисованың картинаһы һис кемде битараф ҡалдырманы. Фильмда үлем темаһы даими телгә алына, әммә был уны ҡараңғы, күңелһеҙ яһамай, киреһенсә, күңелдәге юшҡындарҙы йыуып, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, уны лайыҡлы йәшәргә өндәй.