“2019 йылда үҙемә күкрәксә эшләнем. Ярайһы уҡ матур ғына килеп сыҡты. Миңә ҡарап, хеҙмәттәштәрем дә дәртләнеп китте. Күкрәксә эшләү буйынса уларға оҫталыҡ дәресе үткәрҙем, һөҙөмтәлә барыбыҙҙың да бер төрлө матур күкрәксәләре барлыҡҡа килде. Коллективыбыҙ менән төрлө сараларҙа ҡатнашҡанда, уларҙы тағып, милли рух таратып йөрөйбөҙ, — тип һөйләне үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында Ләйсән Зөфәр ҡыҙы.
Ижади ҡарашлы тәрбиәсе мәктәпкәсә белем биреүгә арналған төрлө сараларҙа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған милли рухлы байрамдарҙа, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Шул сәбәпле тәжрибә туплай, оҫталығын арттыра. Төрлө ҙурлыҡтағы күкрәксәләрҙән тыш, ул үҙенең тәрбиәләнеүселәренә башҡорт биҙәктәре менән билбауҙар, галстуктар әҙерләй, ҡыҙҙарға сәстәренә сулпылар менән сәсүрместәр яһай. “Идеялар күп, тик ваҡыт табып, эште башлап ебәрергә һәм үҫтерергә генә кәрәк”, - ти оҫта ҡуллы тәрбиәсе.
Биҙәүестәр эшләүҙән тыш, ул төрлө кейемдәргә милли биҙәктәр һалыу менән дә шөғөлләнә башлай. Уның оҫта ҡулдары ябай ғына күлдәк йәки башҡа кейемдәргә милли рух өҫтәй. Был эшкә ата-әсәләрҙе лә йәлеп итә. Улар ҙа рухланып, балаларына милли орнаменттар менән кейемдәр әҙерләй. Мәҫәлән, “Ҡояшҡай” билингваль төркөмөнә йөрөүсе балаларҙың әсәләре менән бергәләп, Ләйсән Зөфәр ҡыҙы кескәйҙәргә физкультура дәресе өсөн аҡ футболкаларға ҡурай һүрәтен төшөрә.
“Ҡурай — Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе, дәүләт флагында һәм гербында ла һүрәтләнгән. Беҙҙең маҡсат — мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа дәүләт символдары тураһында төшөнсә булдырыу, тыуған төйәге тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү; башҡорт халҡының милли мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү һәм был эшкә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү. Беҙ стилләштерелгән биҙәүестәр ҙә әҙерләйбеҙ, уларҙы балалар ҙа, әсәйҙәр үҙҙәре лә бик теләп таға. Шул рәүешле мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләнә, — ти Ләйсән Зөфәр ҡыҙы. — Милли биҙәкле кейемдәрҙе күргәс, башҡалар ҙа оҡшатып, заказдар бирә башланы. Хәҙер төрлө размерҙағы футболкаларға, күлдәктәргә лә һүрәт төшөрәм. Уны мин туҡымалар өсөн махсус булған акрил буяуҙар менән эшләйем. Был тәбиғи буяу тиҙ генә юйылып та, уңып та бармай. Бер футболкаға йәки күлдәккә биҙәк һалыр өсөн байтаҡ ҡына ваҡыт кәрәк, сөнки ул – мәшәҡәтле, теүәллек талап итә торған ҡул эше”.
Районыбыҙҙа әленән-әле ойошторолған күргәҙмәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә Ләйсән Зөфәр ҡыҙын йыш күрергә була. Шуныһы һөйөндөрә, райондашыбыҙ яңынан-яңы ҡул эштәре, милли биҙәкле кейемдәре менән һөйөндөрә. Тимәк, рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған милли кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ һаҡлана. Ләйсән Ғәлимова һымаҡ уларҙы кескәйҙәргә лә өйрәтеүсе, рухландырыусы тәрбиәселәр булғанда, милли кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ, йолаларыбыҙ киләсәк быуынға ла тапшырыла.
Наилә Имаева.