Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Май , 16:17

"Эшемә ғүмерлеккә ғашиҡмын"

Китапханасылар конкурсында - Благовещен ҡалаһының М.А. Киняшов исемендәге 6-сы мәктәбе педагог-китапханасыһы Әлфинә Дәүләтгәрәева.

"Эшемә ғүмерлеккә ғашиҡмын"
"Эшемә ғүмерлеккә ғашиҡмын"

“Музейҙың, китапхананың серле көсө, илаһи ҡөҙрәте бар: уларҙа эш башлаһаң, был мөхиткә ғүмерлеккә ғашиҡ булаһың”, – ти Благовещен ҡалаһының М.А. Киняшов исемендәге 6-сы мәктәбе педагог-китапханасыһы Әлфинә Дәүләтгәрәева.

Ул – Асҡын ҡыҙы. Хеҙмәт юлын тыуған төйәгендә башлаған: райондың үҙәк китапханаһында библиограф, методист булған. 2003 йылда иһә Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына директор итеп тәғәйенләнгән. Бинаһы авария хәлендә булыу сәбәпле байтаҡ ваҡыт ябылып торған учреждениеның эшмәкәрлеге тергеҙеүгә, экспонаттарҙы теүәлләүгә күп көс һала Әлфинә Рәйес ҡыҙы. Фәнни концепция, тематика-экспозиция планы әҙерләнә, халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса билет системаһы индерелә, район буйынса экскурсия һәм турист маршруттары төҙөлә, республика музейҙары, илдең күргәҙмә үҙәктәре менән ныҡлы бәйләнеш булдырыла.

Әлфинә Дәүләтгәрәеваның артабанғы яҙмышы Благовещен ҡалаһына бәйле. Ундағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында методист була, бер аҙҙан директор итеп тәғәйенләнә. 2012 йылда “Үҙгәреш кисергән донъяла музейҙы үҫтереү” тигән проекты менән Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ була. Учреждениеның да төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәре бихисап.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әлфинә Рәйес ҡыҙы музейҙа мөхәррир вазифаһын үтәй. 2022 йылдан – ҡаланың М.А. Киняшов исемендәге 6-сы мәктәбендә педагог-китапханасы. Халыҡҡа рухи тәрбиә биреү йәһәтенән туплаған ҙур тәжрибәһенә таянып, йәш быуын менән ихлас эшләй ул. Бигерәк тә китаптар, төрлө саралар аша илһөйәрлек тойғоһон көсәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыуҙарҙа Благовещен районының фольклор өлгөләре тикшерелә, ошо рәүешле йәштәрҙә эҙләнеү эштәренә ҡыҙыҡһыныу уятыла, тарихҡа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә.

Әлфинә Рәйес ҡыҙының етәкселегендә “Беҙҙең төбәк” тыуған яҡты өйрәнеү клубының йәш ағзалары Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған, улар республика конкурстарында, “Ватан юлдары менән”, “Ата-бабалар ауазы” тигән конференцияларҙа даими ҡатнаша.

Әлфинә Дәүләтгәрәеваның оло хеҙмәте республикабыҙ министрлыҡтары, ведомстволарының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Ул әле лә мәғарифҡа ихлас хеҙмәт итә, йәш быуынды бар яҡлап камил, белемле, рухлы итеп үҫтереүгә, күңелдәрендә китапҡа һөйөү тәрбиәләүгә бар көсөн һала.  

Хөрмәтле дуҫтар! "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә барған "Китапҡа һөйөү тәрбиәләйем" конкурсы бөгөн тамамлана. Унда ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Фотолар Ә. Дәүләтгәрәеваның шәхси архивынан алынды.

Автор:Дилбәр Ишморатова

Башҡортостан

"Эшемә ғүмерлеккә ғашиҡмын"
"Эшемә ғүмерлеккә ғашиҡмын"
"Эшемә ғүмерлеккә ғашиҡмын"
Автор:
Читайте нас: