БР Милли әҙәбиәт музейы Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалы менән берлектә бөгөн Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Борай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Борай районы) тыуған шағир, драматург, тәржемәсе, журналист Мөслим Мараттың тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы музей дәресе үткәрҙе.
Бөрө студенттары яҡташының ижадын ныҡлы өйрәнгән, шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙеләр, уның күп
шиғырҙарына йырҙар яҙғанлығы һыҙыҡ
өҫтөнә алынды.
Музей хеҙмәткәрҙәре күрһәткән экспонаттар, презентация студенттар һәм уҡытыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителде.
Мөслим Марат һүҙҙәренә Ғәзиз Әлмөхәмәтов ижад иткән, утыҙынсы йылдар яҙыусыларының яҙмыштарын сағылдырған киң билдәле "Сайҡалалар кәмәләр" йырын Булат Йосоповтың "Беренсе республика" фильмы оҙатыуында тыңлау студенттар күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Яҡташтарының шундай йыр ижад
итеүе уларҙа сикһеҙ ғорурланыу уятты.
Экспонаттар араһында Мөслим Мараттың шәхси фотолары, уның замандаштары Һәҙиә Дәүләтшинаның сәнскеһе, шәкәр ватҡысы, Дауыт Юлтыйҙың яҙыу приборы (ҡара һауыттары, пресс-папье) студенттарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, боронғолоҡҡа ҡағылыуҙары менән улар сикһеҙ бәхетле булды.
Музей дәресе тамамланғас та студенттар таралышмайынса оҙаҡ ҡына һөйләшеп, аралашып, фотоға төшөп,экспонаттарҙы
өйрәнеп торҙолар.