Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
18 Февраль , 11:00

Күңелдәргә ҡанат ҡуйған осрашыу

оло йәштәгеләр өсөн аралашыу үҙәгендә үтте

Күңелдәргә ҡанат ҡуйған осрашыу
Күңелдәргә ҡанат ҡуйған осрашыу

Башҡортостан оло быуын өсөн аралашыу үҙәктәре булдырыу буйынса пилот проектында ҡатнаша. Уның төп маҡсаты – өлкән йәштәге кешеләр араһында дуҫтарса бәйләнеш булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙың һәләттәрен асыу өсөн яңы ҡыҙыҡһыныуҙар табыу һәм мөмкинлектәр булдырыу, әүҙем оҙон ғүмерлелек.
Социаль фонд республиканың алыҫ райондарында ошо маҡсатта ололар өсөн аралашыу үҙәктәре аса. Улар Социаль фондтың ваҡыт үткәреү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу мөмкинлеге булған клиент хеҙмәттәрендә ойошторола. Унда ял итеү мөйөштәре, бәләкәй китапханалар, интернетҡа тоташҡан компьютерҙар, күмәк саралар өсөн бүлмәләр бар. Бында һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба — уҡыу курстары, тренингтар, лекциялар, ижади оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, патриотик акциялар һәм башҡалар үткәрелә. Бындай үҙәктәр Рәсәйҙә йөҙҙән ашыу. Шуныһы ҡыуаныслы, Мишкә районының оло быуын кешеләренә лә йыйылышып аралашыр, күңел асыр өсөн урын бар хәҙер.
“Илһам” исемле үҙәк клиент хеҙмәте базаһында 2022 йыл аҙағында асылғайны. Ололарға яҡты һәм уңайлы бүлмә бирелде. Улар унда йыйылып, ихлас аралаша, фекер алыша, шөғөлдәре менән бүлешә. Үҙәктең етәксеһе — ветерандар советы рәйесе Юлиә Балахнина. Уның һөйләүенсә, үҙәктә тормош ҡайнап тора: психологтар, табиптар менән осрашыуҙар үтә, тренингтар ойошторола, шахмат һәм шашка түңәрәктәре эшләй. Әүҙем спорт өсөн дә ваҡыт табалар — скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнәләр. Өлкән быуын махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ла ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, посылкалар тултырып ебәрә. Әҙәби осрашыу айға бер тапҡыр ойошторола. Һәм бына күптән түгел ижади күңелле ололарыбыҙ йыйылышып йәнә хис-тойғоларға бирелде.
Мишкә ауылында йәшәүсе Серафима Антонова — мәғариф ветераны. “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ гүзәл зат 37 йыл педагогик стажға эйә. Сарала ул үҙенең тормош иптәше Григорий Михайловичҡа арнаған шиғырҙарын рус һәм мари телдәрендә уҡыны. Улар иңде-иңгә терәп 53 йыл татыу ғүмер иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан алты йыл элек Григорий Михайлович мәрхүм булған. Серафима Дмитриевнаның улдары Сергей менән Вадимға, туғандарына арнаған шиғырҙары ла күңелгә үтеп инерлек.
Сарала шулай уҡ Мишкәнән үҙешмәкәр шағирә Светлана Салиева ла үҙенең ижады менән һоҡландырҙы. Балаларға арналған шиғырҙарын ул уҡытыусы булып эшләгәндә яҙа, эшмәкәрлегендә әүҙем ҡуллана. Светлана Ивановна һөйләүенсә, 1988 йылда Йошкар-Ола ҡалаһында беҙҙең район шағирҙарының ижад емештәре тупланған “Мишкан — мыйын шулдыр” (“Мишкә — минең ҡанатым”) исемле китап баҫтырыла. Был баҫма шағирәгә ҡанаттар ҡуя һәм бына нисә йылдар инде ул буш ваҡытын шиғырҙар һәм йырҙар яҙыуға арнай. Әҙәби сарала уның байтаҡ шиғыры яңғыраны. Шуларҙың береһе һоҡланғыс һәм талантлы кеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инде мәрхүм Вячеслав Абукаев-Эмгакҡа бағышланғайны. Светлана Салиева ижадын һөйөүселәр байтаҡ, уның күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтеүсе шиғырҙары яҡташтарыбыҙға яҡшы таныш. Шуларҙың береһен педагогик хеҙмәт ветераны, беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе, Ирсай ауылынан Валентина Аптиева уҡыны.
Нина Алексеевна Ямурзина ла мари телендә матур шиғырҙар яҙа. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы бар буш ваҡытын яратҡан шөғөлө — ижадҡа арнай.
— Тормошобоҙҙо әҙәбиәттән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Рифма менән байытылған фекер сағыуыраҡ була. Ул йөрәккә үтеп инә һәм күңелде уята, йәшәйешебеҙҙе байыраҡ итә, — ти ул.
Нина Алексеевна телде һаҡлауға, тәбиғәткә арналған шиғырҙарын уҡыны. “Эрвел” халыҡ бейеү ансамбленә бағышланған һоҡланғыс ижад емешен тамашасылар алҡыштарға күмде.
Артабан әҙәби осрашыуҙа “Ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ” тигән китаптың исем туйы үтте. Үҙәк етәксеһе Юлия Балахнина баҫманың авторы — Светлана Тоймурзина менән таныштырҙы, уның ижады тураһында һөйләне. Уның бер хикәйәһен уҡып та ишеттерҙе. Осрашыуҙа Светлана Салмиярованың (ҡыҙ фамилияһы) уҡытыусылары — Любовь Викторовна Ашиева һәм Алефтина Петровна Паситова ла сығыш яһаны. Улар талантлы уҡыусыларының уңышына һөйөнөүҙәрен белдерҙе һәм артабан да арымай-талмай ижад итеүен теләне.
Сарала шулай уҡ үҙҙәренең тәьҫораттары менән Серафима Дмитриевна Антонова һәм Фәйрүзә Миңлемулла ҡыҙы Сабирова ла бүлеште.
Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты Рита Каникиевна Ялаева:
— Ҡулымда — “Ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ” китабы. Баҫманың тышында көнбағыштар араһында ихлас йылмайып төшкән гүзәл зат — Светлана Тоймурзинаны күрәбеҙ. Мин уның хикәйәләр йыйынтығын көтөп алдым. Светлананың ошо мөһим аҙымды эшләренә, үҙенең ижади хеҙмәтенә сираттағы тапҡыр йомғаҡ яһарына ышана инем. Хикәйәләре лә үҙе кеүек йылы, сағыу һәм изгелеккә өйрәтә, тәрбиәләй торған. Авторҙы яңы китабы сығыуы менән ҡотлайбыҙ һәм уның артабанғы эштәрен район гәзитендә лә көтөп ҡалабыҙ, — тине.
Бына шулай әҙәби осрашыу йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте. Оло быуын вәкилдәре күңелдәрҙе байыта, йәшәргә, ижад итергә көс-дәрт өҫтәй торған сараларҙың йышыраҡ үтеүен теләп таралышты.


Виктория Ишмырҙина.

Күңелдәргә ҡанат ҡуйған осрашыу
Күңелдәргә ҡанат ҡуйған осрашыу
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: