Архитектураһы буйынса был ғибәҙәт йорто типик ағас мәсет кеүек, әммә бина таштан төҙөлгән. Ул — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған берҙән-бер боронғо мәсет.
Был мәсеттең тарихы 1900 йылдан башлана. Ҡазан губернаһы Цивильский өйәҙе крәҫтиәне Әҙиәтулла Абдалхалиҡов Бөрө мещанкаһы Плотникованан Кесе Ильин урамындағы (хәҙерге Фрунзе урамы) ағас йорт менән ихата урыны һатып ала һәм был ерҙе Бөрө ҡалаһының мосолман йәмғиәтенә ғибәҙәт йорто төҙөү өсөн тапшыра.
1900 йылда Бөрөлә мосолман ир-аттарҙан даими 120 кеше, ваҡытлыса 180 кеше йәшәгән. Был һан мосолман дини йыйылышы һәм Эске эштәр министрлығы тарафынан мәсет төҙөүгә рөхсәт биреү өсөн етерлек була. 1902 йылдан Бөрө башҡорттары һәм татарҙары усадьбаның төп ҡоролмаһын ғибәҙәт йорто сифатында файҙалана башлай.
1906 йылдың 18 февралендәге Указ менән мәхәллә кешеләренең шул уҡ ерҙә мәсет өсөн яңы таш бина төҙөү тураһындағы үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. 1910 йылдың 8 февралендәге Указ менән мулла Мөхәмәтшакир Мөхәмәтзариф улы Сәфәров рәсми рәүештә Бөрө мәсете имамы вазифаһына тәғәйенләнә. 1913 йылда ул ахун дәрәжәһенә күтәрелә.
Мәсет 1910-1912 йылдарҙа ауыл үҙәгендә төп урамдар киҫешкән урында төҙөлә. Бинаның цоколле (түбәнге) һәм беренсе ҡаттары бар.
Йәмиғ мәсете рөхсәте һәм даими руханиҙар тәғәйенләү менән мәсет үҫеп килгән быуынды ислам белеменә, ғәрәп уҡыуына һәм яҙмаһына өйрәтеү өсөн үҙ мәҙрәсәһен ойошторорға мөмкинлек бирә. 1913 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Бөрө ҡалаһының мәҙрәсәһендә ахун Мөхәмәтшакир Сәфәров етәкселегендә 16-21 йәшлек 13 егет шөғөлләнгән.
1930 йылда, 9-сы татар-башҡорт мәктәбе бинаһына ихтыяж булғанлыҡтан, мәктәп мәсет урынына күсерелә һәм ул ябыла. Ләкин мәсеттең интерьеры һәм архитектураһы мосолманса булғанға, Ҡөрьән һүҙҙәре һәм геометрик биҙәктәр менән биҙәлгәнгә, совет мәктәбе өсөн урынһыҙ булып сыға һәм юҡ ителә.
1992 йылда ғына мәсет бинаһы мосолман йәмғиәтенә кире ҡайтарыла. Бинаға тәүге архитектура ҡиәфәтен ҡабаттан тергеҙергә уйлайҙар.
Илшат Ҡазыханов.