Бөйөк әкиәтсенең юбилейы уңайынан Балтас районының Түбән Һикеяҙ ауылы китапханаһында «Яҡшы әкиәт тылсымы» тигән әҙәби уйын программаһы уҙҙы.
Әкиәтсе, шағир һәм тәнҡитсе Шарль Перро тыуғанға 395 йыл тулды. Уның “Золушка”, “Кот в сапогах”, “Красная шапочка”, “Спящая красавица”, “Мальчик – с- пальчик” әкиәттәре беҙҙең барыбыҙға ла бала саҡтан таныш һәм яратып уҡыла.
Бөйөк әкиәтсенең юбилейы уңайынан Түбән Һикеяҙ ауылы китапханаһында “Яҡшы әкиәт тылсымы” тигән әҙәби уйын уҙҙы.
Сарала балалар яҙыусыһының ижады менән таныштылар, әкиәт иленә сәйәхәт иттеләр һәм Ҡыҙыл ҡалпаҡ менән осраштылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Балалар ҙур теләк менән төрлө мауыҡтырғыс уйындарҙа уйнаны, яҙыусының әкиәттәре буйынса әҙәби йомаҡтарҙы систе. Тылсымлы әйберҙәрҙең ниндәй әкиәттәрҙән булыуын асыҡланы.
Сара аҙағында балалар Ҡыҙыл ҡалпаҡтың кәрзинендәге тәм-томдар менән һыйланды.
Фирғәт Нәбиуллин.