Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
1 Ноябрь 2022, 16:00

Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...

Бөгөн Асҡында  тыуған яҡты өйрәнеүселәр конференцияһы үтте.  

Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...

 

Асҡын районы  элек-электән үҙенең  талантлы кешеләре,  сағыу шәхестәре  — Һуғыш һәм Хеҙмәт геройҙары,  табиптар һәм уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, рәссамдар, музыканттар һәм башҡа һөнәр эйәләре менән дан тотто.  Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында үткән тыуған яҡты өйрәнеүселәр конференцияһы  ла илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ  үҫешенә ҙур өлөш индергән  асҡындарҙың эшмәкәрлегенә арналды.  Асҡын  тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы  етәксеһе Әнзирә Ғәниева менән уның ярҙамсыһы Айгөл Нартдинова әҙерләп үткәргән  мәғлүмәтле, фәһемле һәм иҫтә ҡалырлыҡ сарала  районыбыҙ тарихын, уның билдәле шәхестәрен өйрәнеүсе әүҙем йәмәғәтселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

 Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева  барыһын да сәләмләп, конференцияны асты.  Районыбыҙҙа күренекле, шул уҡ ваҡытта исемдәре онотолған шәхестәрҙе өйрәнергә, йәштәргә һөйләргә, уларға илһөйәрлек, эш һөйөүсәнлек, тыуған ергә тоғролоҡ өлгөһө итеп ҡуйырға кәрәклеген билдәләне.

Музей хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Шәхестәр йөҙөндә тарих сағыла”  тигән презентацияны ҡарау күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Бында  100 йылдан ашыу элек төшөрөлгән фотолар ҙа урын алғайны һәм , әлбиттә, һәр фотола  билдәле райондаштарыбыҙ, әйтерһең дә, беҙҙе онотмағыҙ, тигән ҡараш ташлағандай булды.

 Асҡындар менән осрашыуға  яҡташыбыҙ, Йәнкиҫәк ауылында тыуып үҫеп, шунда эшләп, һуңғы йылдарҙа Өфө ҡалаһында йәшәүсе  тыл һәм хеҙмәт ветераны, “Шайморатов вариҫтары”исемен лайыҡлы йөрөтөүсе  Нәжибә Ғәбделғаян ҡыҙы Рафиҡова  үҙенең  улы,  РФ-ның физик культура отличнигы  Рәмил Зыя улы Рафиҡов менән килгәйне.

94-се йәше менән барған, бар ғүмерен ауыр, фиҙаҡәр хеҙмәттә  үткәргән  Нәжибә  Ғәбделғаян ҡыҙы  конференцияла ҡатнашыусыларға нисек итеп бөгөн дә әүҙем, сәләмәт тормош алып  барыуы, гел хәрәкәттә булыуы, физик күнегеүҙәр яһауы, илебеҙ һәм республикабыҙ буйынса сәйәхәт итеүе тураһында  һөйләне.   Шул тиклем асыҡ, ихлас күңелле, күпте күргән, күпте кисергән был ағинәйҙе көндәр буйы тыңлаһаң да булыр ине...  “Эштән ҡурыҡмағыҙ, спортты яратығыҙ, сәйәхәт итегеҙ, эскелек һәм тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәгеҙ”, — тип йәш быуынға теләктәрен дә еткерҙе сәләмәт тормош көткән  Нәжибә Ғәбделғаян ҡыҙы.

 Рәмил Зыя улының да сығышы  дәртләндерҙе һәм һоҡландырҙы.  Спорт һәм туризмды үҫтереүгә ғүмерен бағышлаған яҡташыбыҙ ҙа лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән. Был хаҡта район гәзитендә тулыраҡ уҡырһығыҙ.

 Конференцияла шулай уҡ  “Тыуған яҡты өйрәнеү олимпиадаһына әҙерләнеү тәжрибәһенән” тигән темаға  Петропавловка мәктәбе уҡытыусыһы, яңы ғына уҡыусыһы Ислам  Хөсәйенов  менән  олимпиадала еңеү яулаған   Зөһрә Хәтәм ҡыҙы Ҡәҙимова,  “Википедияла билдәле шәхестәр” темаһына мәғариф  ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина һәм  шулай уҡ мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәфис Хәжми улы Зарипов  ентекле сығыш яһаны.

Ғаяз Фазетдин улы Минһажевтың яңы ғына табанан төшкән “Асҡын районы. Беҙҙең замандаштарыбыҙ” тигән китабы менән таныштырып, уны иң әүҙем һәм тәжрибәле тыуған яҡты өйрәнеүселәргә бүләк итеүе сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне.  Ғаяз Фазетдин улы китапты төҙөү, материал йыйыуҙа үҙ өлөшөн индереүселәргә рәхмәт белдерҙе. Конференцияны районыбыҙҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәр  советы рәйесе Йәрис Рәфҡәт улы Зәйдуллин алып барҙы.

 Тарихыбыҙҙы, күренекле шәхестәребеҙҙе әүҙемерәк  өйрәнергә, уны йәш быуынға еткерергә, тигән  теләктә конференция тамамланды.

Наилә Имаева.

 

 

 

Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Онотолған исемдәрҙе тергеҙеп...
Читайте нас: